Йәмғиәт
3 Июль 2025, 18:50

Йәнбикә туй үткәргән

Тик уға ярҙам итеүсе табылмаған. Бөтәһен дә яңғыҙына эшләргә тура килгән.

Йәнбикә туй үткәргәнЙәнбикә туй үткәргән
Йәнбикә туй үткәргән

Һәүәҫкәр йырсы Йәнбикә Хәсәнова яңылығы менән уртаҡлашҡан. Яҫтыҡ туйы үткәргән ул.

"Бөгөн беҙҙә яҫтыҡ туйы,

Яҫтыҡ туйы бөгөн беҙҙә.

Яҫтыҡ эшләргә килгән ҡыҙҙар,

Уңыш юлдаш булһын һеҙгә, -

тип шиғыр яҙған да өҫтәп ҡуйған:

"Ҡыҙҙар булмаһа ла, үҙем яҫтыҡ өмәһен үткәрҙем бөгөн. Элекке ваҡыттарҙа яҫтыҡ эшләү өмәһе ауыл тормошоноң күренекле ваҡиғаһы булған. 12 яҫтыҡ тышы тегеп, уларға ҡаҙ мамығы тултырып, матур ғына, йомшаҡ ҡына яҫтыҡтар килеп сыҡты".

Афарин, Йәнбикә!

Фото: Й. Хәсәнова сәхифәһенән.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас