

Башҡортостандың Йәштәр эштәре буйынса комитетының элекке етәксеһе Яна Гайдукка суд ҡарары сығарылды. Ул вазифа вәкәләттәрен дөрөҫ файҙаланмауҙа ғәйепләнә.
Яна Гайдук 2021 йылда Өфөләге мәҙәни мираҫ объекты булған "Костерин һәм Черников йорто"н ремонтлағанда конкурсһыҙ һәм килешеүһеҙ подряд эштәрен башларға ҡуша. Һөҙөмтәлә ремонт ойошмаһы 5,6 миллион һум аҡса ала, шуның 2,5 миллионы башҡарылмаған эш өсөн була. Ошо суммаға республика бюджетына зыян килтерелә.
Гайдук үҙенең ғәйебен танымаған. Суд уны 3,5 йылға дөйөм режимлы колонияға ебәрергә ҡарар сығарҙы. Шулай уҡ ҡатын 2,5 йыл дәүләт вазифаларын биләй алмаясаҡ.
Фото: "Башинформ" агентлығы архивынан.