+24 °С
Ямғыр


Өфөнән 52 йәшлек ир, әйтеүҙәренсә, фән докторы, элек университетта уҡытҡан булған, Сочиға казинола уйнарға барған. Унда үҙенең бөтә аҡсаһын отторған.
Шунан ҡунаҡханаға ҡайтып, бер аҙҙан "Ашығыс ярҙам" хеҙмәтен саҡыртҡан. Ирҙе эсе, йән ере, бото, осаһы бешкән килеш дауаханаға алып киткәндәр.
Ир табиптарға аңлатыуынса, 300 мең һумын отторған өсөн үтек менән үҙе үҙенең тәнен яндыра.
Вәт, әй! Тәүбә. Полиция хәлде тикшерә. Ә табиптар пациентты тикшерә.
Автор фотоһы.