Йәмғиәт
4 Июль 2025, 18:00

Федераль министр ҡәнәғәт ҡалды

Антон Котяков Башҡортостанда халыҡты социаль яҡтан ҡурсалау эшен юғары баһаланы

Федераль министр ҡәнәғәт ҡалдыФедераль министр ҡәнәғәт ҡалды
Федераль министр ҡәнәғәт ҡалды

РФ хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Антон Котяков менән БР етәксеһе Радий Хәбиров журналистарҙы республика буйлап эшлекле сәфәрҙең һөҙөмтәләре менән таныштырҙы.

– Бөгөн Башҡортостан Башлығы менән бергә республикалағы күп объекттарҙа булдыҡ. Һорауҙар реабилитацияға, эшкә урынлашыуға һәм иҡтисадҡа кәрәкле кадрҙар әҙерләүгә ҡағылды. Республика Хөкүмәтенә граждандарға социаль ярҙам күрһәтеү һәм республика иҡтисадын кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүлгәне өсөн ихлас рәхмәт белдерәм, – тине Антон Котяков. – Башҡортостан – күп һанлы федераль программаларҙа әүҙем ҡатнашыусы. Өлкән йәштәге кешеләр өсөн төҙөлгән “Именлек” үҙәген республика менән берлектә төҙөнөк. Ул бөтә хәҙерге заман стандарттарына тап килә, бында йәшәү һәм реабилитация өсөн яҡшы шарттар булдырылған.

Башҡортостан – күп йәһәттән новатор. Бөгөн Сибайҙа, илдә тәүге модулле мәшғүллек үҙәгендә булдыҡ. Бында эш эҙләүселәргә һәм эш биреүселәргә тейешле кадрҙар һайлап алыуҙа комплекслы ярҙам күрһәтелә. Бындай форматтағы үҙәктәр республика башланғысы менән “Кадрҙар” федераль милли проектының бер өлөшөнә әйләнде. Башҡортостандың яҡшы башланғыстары илдең башҡа төбәктәрендә лә ҡулланыла.

Республика Башлығы илдең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы менән эштең һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы.

– Рәсәй Хеҙмәт министрлығының социаль яҡлау, мәшғүллек, реабилитация кеүек ҙур функциялары бар. Беҙ Антон Олеговичты Башҡортостанға килһен, республиканың был йәһәттән нисек үҫешеүен ҡараһын тип саҡырҙыҡ. Һуңғы йылдарҙа министрлыҡ тәҡдиме буйынса республиканың мәшғүллек үҙәктәрен яңыртыу буйынса эште бергәләп алып барҙыҡ.

Хәҙер уларҙы тышҡы күренешенән алып эшмәкәрлегенең йөкмәткеһенә тиклем маҡсатлы рәүештә яңыртабыҙ. Халыҡҡа ҙур хеҙмәттәр күрһәтелә. Был – эшкә урынлашыу, квалификацияны күтәреү, ҡайтанан уҡытыу, психологик ярҙам. Шуға күрә был эште министрлыҡ менән берлектә уңышлы башҡарабыҙ тип иҫәпләйем, – тине Радий Хәбиров. – Министрҙың бөгөнгө сәфәре барышында Сибайҙағы заманса мәшғүллек үҙәктәренең береһен күрһәтергә теләнек, ул федераль финанслауҙы йәлеп итеп яңыртылды. Дөйөм алғанда, беҙҙә социаль учреждениелар селтәре бик үҫешкән, улар халҡыбыҙға төрлө ярҙам күрһәтә.

Антон Олегович менән социаль секторҙа дәүләткә ҡарамаған ойошмаларҙы үҫтереү тураһында фекер алыштыҡ. Дөйөм алғанда, министрлыҡ менән килешеп эшләйбеҙ, тип иҫәпләйем.

Сығанаҡ: glavarb.ru/ru/news/

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас