

Башҡортостандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимовтың ҡыҙы – йырсы Айгизә ҡустыһы Данияр тураһындағы һорауға яуап биргән. Унан тамашасыларының береһе: "Һеҙ бер туған ҡустығыҙ менән аралашаһығыҙмы ул? Ул бер ҙә күренмәй", - тип һораған.
Айгизә быға яуап итеп, ҡустыһы менән бергә төшкән фотоһүрәтен ҡуйған һәм былай тип яҙған: "Минең ғаиләлә биш кешенең өсәүһе ныҡ билдәле. Берәүгә булһа ла камераны яратмаҫҡа рөхсәт итегеҙ. Был – минең яратҡан бер туған ҡустым. Ә социаль селтәрҙә мин тормошомдоң 10 процентын ғына яҡтыртам".
Данияр – ғаиләләге кинйә малай. Айҙар Ғәлимовтың өлкән ике ҡыҙы Гүзәл менән Айгизәне күп кешеләр белә, сөнки улар артист һәм журналист, алып барыусы, икеһе лә блогерҙар. Ә бына уларҙың, матур йырлаһа ла, әсәйҙәре һәм шулай уҡ ҡустылары социаль селтәрҙәрҙә күренмәй. Тимәк, улар шәхси тормоштарын һәм эшмәкәрлектәрен бар ғәмгә күрһәткеһе килмәй.
Егеткә апрелдә 20 йәш тулған. Ул 2005 йылғы. Уның тураһында ижад менән ҡыҙыҡһына һәм тауышы-моңо бар, тигән мәғлүмәт кенә билдәле.
Фотонан күренеүенсә, алсаҡ ҡына егет үҫеп килә. Уңыштар уға!
Фото: А. Ғәлимованың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.