Йәмғиәт
20 Июль 2025, 03:00

Ҡиммәт ысул, әммә ҡыҙмы, малаймы тыуырын 99 процентҡа дөрөҫ әйтә

Өфөнән билдәле акушер-гинеколог сабыйҙың енесен әлегенән күпкә иртәрәк белергә мөмкин булғанын һөйләне. Мәҫәлән, бер ғаиләнең дүрт ҡыҙы тыуған, ошо рәүешле улар бишенсегә малай буласағын белеп ҡыуанған.

Ҡиммәт ысул, әммә ҡыҙмы, малаймы тыуырын 99 процентҡа дөрөҫ әйтәҠиммәт ысул, әммә ҡыҙмы, малаймы тыуырын 99 процентҡа дөрөҫ әйтә
Ҡиммәт ысул, әммә ҡыҙмы, малаймы тыуырын 99 процентҡа дөрөҫ әйтә

Өфөнән акушер-гинеколог Станислав Иваха буласаҡ ата-әсәләрҙең балаһының енесен ҡасан белә алыуын аңлатты. Күпселек осраҡта был икенсе скрининг ваҡытында була, ул йөклөлөктөң 18 аҙнаһынан 22 аҙнаһына тиклем үткәрелә.

Әммә йөклөлөктөң 10 аҙнаһынан башлап, заманса ҡиммәтле генетик ысулдар ярҙамында баланың енесен 99 процент ихтималлыҡ менән белергә мөмкин. Был енес билдәһе буйынса нәҫелдән күскән ауырыуҙар осраҡтарында мөһим. Иртә диагностика йөклөлөктө артабан нимә эшләтеү тураһында ҡарар ҡабул итергә мөмкинлек бирә.

Генетик енес билдәләмәһе шулай уҡ башҡа осраҡтарҙа ла талап ителергә мөмкин, мәҫәлән, ғаиләлә бер енесле бер нисә бала бар һәм ата-әсә киләһе сабыйҙың ниндәй енестән булыуын белергә теләй. Доктор Иваха әйтеүенсә, бер парҙың дүрт ҡыҙы тыуғандан һуң шундай тест ярҙамында малай көткәнен асыҡлап ҡыуанған осраҡ та булған.

Г. Ғәббәсова фотоһы.

Сығанаҡ: https://ufacitynews.ru/zdorovye/175193-akusher-ivaha-rasskazal-kogda-pol-rebenka-mozhno-uznat-na-10-nedele-beremennosti.html

 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас