Йәмғиәт
25 Июль 2025, 07:00

Татарса йырлайым тип, оятҡа ҡалған да ҡуйған

“Өй артында шомортом бар, яннарында сейәлә-ә-әр!” тип һуҙып ебәргән икән... 

Татарса йырлайым тип, оятҡа ҡалған да ҡуйғанТатарса йырлайым тип, оятҡа ҡалған да ҡуйған
Татарса йырлайым тип, оятҡа ҡалған да ҡуйған

Йор телле ғалимә Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы Бүләкова “Бәйләнештә”ге сәхифәһендә ҡыҙыҡлы яҙма менән уртаҡлашты.

“Үткән ялдарҙа Өфөгә яҡын бер районға барып, сейә йыйып ҡайтылды. Сейә уңған быйыл, әйтәгүр! Әйткәндәй, беҙ барған ауылда сейәне чия тип әйтәләр икән (ә былай башҡортса һөйләшәләр үҙҙәре).

Шул һүҙгә бәйле бынан байтаҡ йылдар элек Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында (ИИЯЛ-да) эшләгән саҡта уның директоры булған бик йор һүҙле тел белгесенең (йәне йәннәттә булһын) һөйләгән лаҡабы иҫкә төштө әле.

Ҡыҫҡаһы, башҡорт һәм татар милләтенән булған бер нисә пар, бер мәжлестә бергә булып, бик матур итеп ҡунаҡ булып ултыра. Ныҡ күңеле булған бер бер башҡорт абзый: “Ҡәҙерле ҡәрҙәштәр! Мин һеҙҙең хөрмәткә татар халыҡ йыры "Шомортом"до татар телендә йырлап ишеттерергә теләйем!” – ти ҙә, йырлап та ебәрә:

- Өй артында шомортом бар,

Яннарында сейәләр шул,

Яннарында сейәләәр!..

Һәүетемсә генә яңғыраған йырҙы ихлас ҡына тыңлап ултырған ҡәрҙәштәребеҙҙең береһе шул саҡта, мыйыҡ аҫтынан ғына йылмайып:

– Иии?! Нейә ҡырғараҡ китеп башҡармыйлар икән алар эшләрен? – тип ҡуя.

Баҡтиһәң, татарса йырлайым тип иғлан иткән ағай, сейә татарса ла сейә була икән тип уйлап, үҙе лә аңғармаҫтан, йыр һүҙҙәренең мәғәнәһенә саҡ ҡына хилафлыҡ килтергән, имеш...”

Фото һәм сығанаҡ: Ғәҙилә Бүләкова. 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас