

Сараның маҡсаты – транспорт өлкәһендәге норматив-хоҡуҡи базаларҙы төбәк һәм муниципалитеттарҙың фекере нигеҙендә камиллаштырыу.
Сарала ҡатнашыусылар транспорт системаһын үҫтереү буйынса фекер алышты, тәжрибә уртаҡлашты, үҙ тәҡдимдәрен еткерҙе. Шулай, Благовещенда, Алабуғала һәм Ставрополдең бер нисә ҡалаһында мэрҙар электросамокаттарға йөрөүҙе тыйырға ҡарар иткән.
Сессияны асыу тантанаһында сәләмләү һүҙе менән Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирек Фәйзуллин, Урындағы үҙидараны үҫтереү ассоциацияһы рәйестәше Ирина Гусева, Транспорт министрлығының Фәнни үҙәге директоры Артур Романенко сығыш яһаны. Ирина Гусева билдәләүенсә, Урындағы үҙидараны үҫтереү ассоциацияһы уникаль муниципаль практикаларға эйә булған муниципалитет башлыҡтарын, эксперттарҙы берләштерә. Уларҙың тәжрибәһен таратыу транспорт инфраструктураһын үҫтереүҙә мөһим.
Башҡортостандан стратегик сессияла Стәрлебаш районы башлығы Рөстәм Рахманғолов, Стәрлетамаҡ һәм Нефтекама башлыҡтары урынбаҫарҙары Артур Ғафаров һәм Айрат Ғималетдинов ҡатнашты.
Стәрлебаш районы башлығы Рөстәм Рахманғолов әйтеүенсә, бындай стратегик сессиялар тәжрибә уртаҡлашыу, проблемаларҙы төрлө яҡтан күреү, федераль кимәлдәге эксперттар менән аралашыу мөмкинлеген бирә.
- Ҡатнашыусылар Рәсәй муниципалитеттары транспорт инфраструктураһы өлкәһендә осраған проблемаларҙы уртаға һалып һөйләште. Төп һорауҙарҙың береһе – ул хеҙмәтләндереү сифатын арттырыу, сөнки был туранан-тура халыҡтың йәшәү сифатына бәйле. Барлыҡ һорауҙар һәм проблемалар Рәсәй Транспорт министрлығы тарафынан контролгә алынды, - тип һөйләне Рөстәм Рахманғолов.