Йәмғиәт
12 Август 2025, 05:42

Башҡортостандың эшләүсе йәштәре Волга буйы округы проектында иң яҡшылар рәтендә

Башҡортостандан Пермгә предприятиеларҙың 28 йәш хеҙмәткәренән торған йыйылма команда юлланды.

Башҡортостандың эшләүсе йәштәре Волга буйы округы проектында иң яҡшылар рәтендәБашҡортостандың эшләүсе йәштәре Волга буйы округы проектында иң яҡшылар рәтендә
Башҡортостандың эшләүсе йәштәре Волга буйы округы проектында иң яҡшылар рәтендә

6-9 августа Пермдә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров патронаты аҫтында тормошҡа ашырылған "Сүкеш" округ проектының һуңғы этабы үтте.

Финалда 14 төбәктән 420 ҡатнашыусы – иҡтисадтың реаль секторы предприятиеларының 18-35 йәшлек йәш белгестәре, шул иҫәптән балалы йәш ғаиләләр ҡатнашты.

Проекттың финал этабына тиклем округтың бөтә субъекттарында төбәк командалары ярышы үтте, уларҙың йомғаҡтары буйынса округ финалына ҡатнашыусылар һайлап алынды. Башҡортостандан Пермгә предприятиеларҙың 28 йәш хеҙмәткәренән торған йыйылма команда юлланды.

Төбәк командалары 12 йүнәлештә ярышты: интеллектуаль турнирҙарҙан һәм ижади конкурстарҙан алып спорт дисциплиналарына тиклем — мини-футбол, волейбол, йүгереү эстафетаһы, 5000 метрға йүгереү, өҫтәл теннисы, шахмат, бура һуғыу, спорт ориентирлауы. Ойоштороусылар ғаилә ярыштарын айырым блокҡа бүлде.

Башҡортостан йәштәре финалда үҙен лайыҡлы күрһәтте. Республика вәкилдәре футболда, ҡатнаш марш-бросокта, ҡатын-ҡыҙҙар араһында 5000 метрға йүгереүҙә һәм ғаилә эстафетаһында көмөш миҙал яуланы, ә дөйөм команда беренселеге йомғаҡтары буйынса Волга буйы федераль округының топ-5 төбәге иҫәбенә инде.

Шулай уҡ 8 августа Пермь крайында Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Совет ултырышы үтте, унда Игорь Комаров рәйеслегендә эшләүсе йәштәргә ярҙам итеүҙе тикшерҙеләр.

- Хәҙер беҙ уникаль хәлдә: хәҙерге Рәсәй тарихында эшсе көскә ҙур ихтыяж менән бергә эшһеҙлектең минималь кимәле күҙәтелә. Йәштәр юғары мобиллек менән айырылып тора. Шуға күрә кешеләр эшкә килһен өсөн иғтибар бирергә кәрәк булған бик ҙур һорауҙар комплексы бар. Был Волга буйы федераль округының бөтә ил, шул иҫәптән беҙҙең сәнәғәт һәм ауыл хужалығы өсөн әһәмиәтен иҫәпкә алғанда айырыуса мөһим, – тине Игорь Комаров. - Лайыҡлы эш хаҡы йыш ҡына етерлек түгел, йәш белгестәр карьера перспективалары, торлаҡ биреү, спорт менән шөғөлләнеү һәм мәҙәни-күмәк ял итеү өсөн шарттар менән ҡыҙыҡһына.

БЕЛЕШМӘ

2025 йылдың мартында Волга буйы федераль округының эшләүсе йәштәре өсөн «Сүкеш»  яңы йәмәғәт проекты старт алды. Проект Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты ярҙамында тормошҡа ашырыла һәм эшләүсе йәштәрҙә иң кәрәкле конкурс йүнәлештәре буйынса саралар системаһы булып тора.

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров билдәләүенсә, 2025 йылдың төп яңылығы булып эшләүсе йәштәр өсөн «Сүкеш» яңы йәмәғәт проекты тора. Иҡтисадтың реаль секторы предприятиелары командаларын берләштерә ул. Шулай уҡ Игорь Комаров, был проект йәмәғәтселекте таныу һәм шәхси үҫеште дәртләндереү өсөн кәрәк, тип билдәләне.

2025 йылдың 1 мартынан 20 июнгә тиклем Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте министрлығы БР Спорт министрлығы менән берлектә Волга буйы федераль округының «Сүкеш» эшләүсе йәштәр өсөн йәмәғәт проектының төбәк этабын ойошторҙо. Унда республика иҡтисадының реаль секторындағы 26 предприятиенан 18-35 йәшлек 1000-дән ашыу йәш белгес, шул иҫәптән 6-11 йәшлек балалары булған йәш ғаиләләр ҡатнашты. Төбәк этабын уҙғарыу һөҙөмтәләре буйынса һәр йүнәлеш буйынса еңеүселәр командалары билдәләнде, улар Башҡортостан Республикаһы делегацияһы составында 6-10 августа Пермдә үткән проекттың округ финалында төбәк исеменән сығыш яһаны.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас