Йәмғиәт
16 Август 2025, 20:10

Башҡортостанға килеп, милли кейемдә никах теркәткәндәр

Шуныһы ҡыҙыҡ: кейәү - Төмән өлкәһендә, кәләш Омск өлкәһендә тыуған, ә әле Ханты-Манси автономиялы округында йәшәйҙәр. 

Башҡортостанға килеп, милли кейемдә никах теркәткәндәрБашҡортостанға килеп, милли кейемдә никах теркәткәндәр
Башҡортостанға килеп, милли кейемдә никах теркәткәндәр

Августа Салауат ҡалаһы ЗАГС-ында һирәк була торған никах теркәлгән. Ғаилә ҡороу тураһындағы документҡа Эдуард Фәтҡуллин һәм Людмила Старченко ҡул ҡуйған. Был пар башҡорт милли кейемендә өйләнешергә ҡарар итә.

Нимәһе ғәжәп: улар Башҡортостанда тыуып үҫмәгән: кейәү - Төмән өлкәһенән, кәләш Омск өлкәһенән, ә үҙҙәре Ханты–Манси автономиялы округында йәшәй.

Ә милли кейемдәребеҙ уларға нисек килешә! Ҡотлайбыҙ һәм ныҡлы мөхәббәт теләйбеҙ!

Фото һәм сығанаҡ: https://vk.com/wall-218837138_63225

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас