"Йәй етһә, ауылға ата-әсәһенә балаларын алып килеп ташлаусылар етерлек. Әммә, беренсенән өлкән кешегә, ауырыһа, өлкәнәйгәс ашарға әҙерләүе лә ҡыйын, унан ҡашығаяғын йыуырға кәрәк. Ауыл ерендә ҡош-ҡорто, баҡса, мал тотһаң, ағын эш итергә кәрәк. Тауыҡ сүпләһә лә, бөтмәҫлек эш ауыл ерендә.
Бер өләсәйҙең илағаны һаман иҫтә.
- Улым, киленем ҡаланан ике балаһын да алып килеп ташлай ҙа әйҙә ҡара инде ҡол булып. Алып ҡалмаһаң, һин - насар. Ауыл ерендә эш бөтәме ни, иртә менән торор кәрәк - һыйыр һауып, сепарат айыртып, йыуып, иртәнге тамаҡты ашатып, ҡош-ҡортто ҡарағансы төш етә. Кискә мунса яғып йә балаларҙы кис ашатып, йыуындырып йоҡларға һалырға кәрәк.
Көн дә шул бер эш ҡабатлана бит инде, бешереп, ашатып ҡашығаяғыңды йыуаһың. Арып, әҙерәк ял итеп алайым тигәнсе күҙем эленеп ҡалған. Йылға яҡын, балаларға эйәреп һыу төшөргә киткән ейәндәрем. Йүгереп тышҡа сыҡтым йоҡоло күҙ менән. Аңғанса ҡысҡырышҡан тауышҡа йүгерҙем йылға буйына.
Шулай бәләкәс ейәнем һыуға батып һәләк булып ҡуйҙы. Сәсемде йолҡорҙай булдым да ул, ни хәл итәһең. Иптәшем әрләй, оҙаҡҡа, йәй буйына алып ҡалма тинем мин һиңә, тип. Киленем менән улым алдында ғүмер буйы ғәйепле булып ҡалдым. Улым өндәшмәй эстән бөтөрөнһә лә, киленем ауыр һүҙҙәр менән яфалап, хатта ҡул күтәреп тә ҡуйҙы.
Әле шул ваҡиғаға күп йылдар үтте, ҡайғынан инсульт кисерҙем. Ҡыҙҙарым балалары менән килеп ятып ял итеп ҡайта, башҡаса балаларын алып ҡалмайым, миңә ныҡ һабаҡ булды был, - тип илап һөйләне апай.
Аллам һаҡлаһын, бәлә-ҡаза аяҡ аҫтында ята. Алып барып ҡалдырҙым да, әйҙә ҡараһындар түгел, ә йышыраҡ ҡайтып, атай-әсәйегеҙгә ярҙамлашып торор кәрәк. Балаларығыҙҙы алып барып ҡалдырыу алдынан ныҡлы уйланыр кәрәктер, өлкән кешеләрҙе ауыр яфаға ҡалдырып ҡуймаҫ өсөн. Барыбыҙ ҙа иҫән-һау булайыҡтар, үҙ балаларыбыҙҙы,үҙебеҙ үҫтерергә яҙһын, кешегә бәләбеҙҙе һалмай ғына".
Бына шундай яҙмаға юлыҡтым интернет селтәрендә. Һеҙ был темаға нисек уйлайһығыҙ?
Автор фотоһы.



