+24 °С
Ямғыр


Стәрлетамаҡ ҡалаһында була был хәл. Һигеҙ көнлөк кенә баланың баш һөйәге һына, мейеһе зыян күрә һәм башҡа ауыр йәрәхәттәр ала. Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се ҡала клиник дауаханаһының баш табибы Илшат Яппаров әйтеүенсә, бала коляскала подьезда ятҡан саҡта коляска баҫҡыс буйлап аҫҡа тәгәрәп төшөп китә. Сабый санавиация менән баш ҡала дауаханаһына килтерелә. Әлеге ваҡытта табиптар уның ғүмере өсөн көрәшә. Тиҙерәк һауыҡһын инде балаҡай...
Фото -шәхси архивтан