

Бында ҡоролманың уң яғында планлы-иҫкәртеү эштәре алып барыласаҡ. Юлсылар булған юл япмаһын һәм һаҡлағыс бетон ҡатламын һүтеп аласаҡ, күпер япмаһының конструктив ҡатламдарын тергеҙәсәк, көйләү ҡоролмаларын һәм һыу ағыҙыу системаларын ремонтлаясаҡ, яңы деформация йөйҙәре ҡуясаҡ, юл үткәргесен төҙөкләндереү элементтарын алмаштырасаҡ.
- Эштәр 2025 йылдың 20 авгусынан 31 октябренә тиклем алып барыласаҡ. Ремонт ваҡытын ҡыҫҡартыу өсөн юлсылар тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк, - тине Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.
20 августа «Приуралье» юл идаралығы транспорт сараларының хәрәкәтен көйләүҙе планлаштыра. Шулай итеп, ремонт ваҡытында водителдәр юл үткәргесенең һул яғындағы дүрт һыҙат буйлап йөрөй ала.
Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ. Юл йөрөү схемаһы ҡушып бирелә.
Фото, сығанаҡ: Минтранс.