

Мәҙинә Хәлләф ҡыҙы ғүмер буйы сауҙа өлкәһендә эшләһә, ғаилә башлығының һөнәре урман хужалғы менән бәйле – был өлкәгә 30 йылдан артыҡ ғүмерен бағышлай ул. Икеһе лә лайыҡлы хеҙмәт юлын үтеп, ауылдаштарының ихтирамын яулап, хаҡлы ялға сыға. Һиллектә, тыныс ҡына итеп ял итергә мөмкин ине, әммә хеҙмәттән йәм табып йәшәгән тынғыһыҙ заттар өсөнмө һуң был? Ғәлиәхмәтовтар нимә менән шөғөлләнергә, көс-дәртте ҡайҙа йүнәлтергә, тип кәңәшләшә лә, һигеҙ баш быҙау һатып алырға ҡарар итә. Тәүҙә ит йүнәлешендә генә эшләһәләр, тора-бара һөт продукцияһын да һата башлайҙар. Нимә тиһәң дә, ихтыяж тәҡдимде тыуҙыра шул. Һуңғы осорҙа күптәрҙең тәбиғи аҙыҡ-түлеккә өҫтөнлөк биреүе күҙәтелә бит.
Әлеге ваҡытта мәҡәләм геройҙары 12 ҡара-сыбар һәм голштин тоҡомло һыйыр аҫрай. Әле, йәйге осорҙа, улар тәүлегенә 160 литр һөт бирә икән. Хужабикәнең ҙур ярҙамсыһы – һауын аппараты, шуға һыйыр һауыу әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙырмай, ти ул. Ә бына ҡаймаҡ, эремсек, айырыуса ҡыҙыл эремсек яһау ваҡыт та, оҫталыҡ та талап итә. Иң мөһиме, Мәҙинә Хәлләф ҡыҙы был эште яратып башҡара, шуға уның өсөн ауырлығы тойолмай. Даими һатып алыусыларын тәмле ризыҡ менән тәьмин итеүгә яуаплы ҡарарға күнеккән ул.
Әлмир Нәбиулла улының эш-хәстәре лә етерлек – хужаларын мул ризыҡ менән тәьмин итеүсе малҡайҙарҙы яҡшы итеп “һыйларға” кәрәк. Ғаилә башлығы әлеге ваҡытта бесән әҙерләү менән мәшғүл. Эйе, һөт йылғалары үҙенән-үҙе аҡмай, ә алһыҙ-ялһыҙ хеҙмәт, көндәлек ныҡышмаллыҡ талап итә.
Әммә бына нәҡ шундай тормош рәүеше уларҙың күңеленә яҡын да. Уларҙың төп ярҙамсылары – балалары – улдары Данис, ҡыҙҙар Ләйсән һәм Эльвина, килен-кейәүҙәре. Уртаҡ хеҙмәт ҙур һәм татыу ғаиләне тағы лә берләштерә, тормош юлын тағы ла матурыраҡ итә. Бергә-бергә эшләү, уның һөҙөмтәһен күреү – иң яҡшы ял, ти улар. Ата-әсә балаларында хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләй алғандары менән бәхетле.
Ғәлиәхмәтовтар ауыл тормошонан да ситтә ҡалмай. Төҙөкләндереү буйынса өмәләр, ағас ултыртыу тиһеңме – былар береһе лә Әлмир ағайһыҙ үтмәй. Әйткәндәй, “Динислам” мәсетен төҙөү ҙә нәҡ уның инициативаһы менән башлана. Әлмир Нәбиулла улы ағас ҡырҡыуға диләнкә алып, бура бурай, артабан ауылдаштары менән бергә башланған эште аҙағына еткерәләр.
Мәҡәләм геройҙары менән аралашҡанда, гүйә, уларҙың уңғанлығы һәм тормошто һөйөүе һиңә лә йоға. Ысынлап та, был ғаилә – бәхет биләмәһе генә түгел, ә ныҡышмаллыҡ менән дөйөм маҡсаттарға ирешеүсе һәм яңы офоҡтар яулаусы ныҡлы союз да.
Эльнара Шаймарҙанова.
Автор фотоһы.
Ҡырмыҫҡалы районы.