

2021 йылдан 2023 йылға тиклем Әбйәлил районында почта бүлексәһенең элекке начальнигы граждандарға «отошло вкладтар» асырға тәҡдим итә, ә һалынған аҡсаны үҙенә ала. Шулай итеп, 12 кешенән 3,5 миллион һум самаһы аҡса йыя.
Бынан тыш, почта тауарҙарын һатыуҙан килгән ике миллион һум самаһы аҡсаны үҙләштерә, бер ҡатындың пенсияһын урлай һәм танышының картаһынан аҡса сәлдерә.
Ғәйепләнеүсе ғәйебен таный, зыянды өлөшләтә ҡаплай - 1,6 миллион һумды кире ҡайтара. Суд уны ике йылға дөйөм режимлы колонияға ебәрергә ҡарар сығарҙы.
Фото: https://vk.com/oskon