Йәмғиәт
22 Август 2025, 14:20

Республика халҡы күктә серле объект күреп хафаланған

Был нимә булыуы мөмкин?

Республика халҡы күктә серле объект күреп хафаланғанРеспублика халҡы күктә серле объект күреп хафаланған
Республика халҡы күктә серле объект күреп хафаланған

Уҙған көндәрҙә Башҡортостанда йәшәүселәрҙә ғәҙәти булмаған объект күп һорауҙар тыуҙырған.

Хәбәр итеүҙәренсә, уның Байконурҙан ебәрелгән космик аппарат булыуы мөмкин.  

«Бион-М» №2 космик аппараты “Байконур” космодромынан «Союз-2.1б” ракетаһында сығарылған. Корпорацияның матбуғат хеҙмәтендә яҙыуҙарынса, аппарат бортында сысҡандар, себендәр, ҡырмыҫҡалар, орлоҡтар һәм микроорганизмдар бар.  

“Экипаж” “бәләкәй генә ҡунаҡхана”лар кеүек махсус блоктарға урынлаштырылған. Махсус роботтар уларҙы күҙәтеп, йыһан шарттарындағы хәл-тороштарын теркәп бара икән.

 

 

Республика халҡы күктә серле объект күреп хафаланған
Республика халҡы күктә серле объект күреп хафаланған
Автор:Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас