Йәмғиәт
27 Август 2025, 16:15

Казактар хәрәкәтен үҫтерергә булышлыҡ итәбеҙ

Башҡортостанда 333 казак иҫәпләнә.

Казактар хәрәкәтен үҫтерергә булышлыҡ итәбеҙКазактар хәрәкәтен үҫтерергә булышлыҡ итәбеҙ
Казактар хәрәкәтен үҫтерергә булышлыҡ итәбеҙ

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ырымбур ғәскәри казактар йәмғиәте атаманы Игорь Цыганов менән осрашты. Көн тәртибендә – республикала казактар хәрәкәтен үҫтереү һәм йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү мәсьәләләре.

Игорь Цыганов әйтеүенсә, Башҡортостанда казактарҙың дөйөм һаны 333 кеше тәшкил итә. Улар Ырымбур ғәскәри казактар йәмғиәтенә инә. Казактар араһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, гуманитар миссия ирекмәндәре бар. Берекмә ағзалары дәүләт һәм йәмәғәт сараларында әүҙем ҡатнаша.

Осрашыуҙа 2026 йылда Мәскәүҙә Еңеү көнөн байрам итеүгә әҙерлеккә айырым иғтибар бирелде. Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Казактар эше советы Ырымбур ғәскәри казактар йәмғиәтенә Ҡыҙыл майҙандағы парадта ҡатнашыу өсөн йыйылма подразделение төҙөргә тәҡдим иткән. Радий Хәбиров был башланғысты хуплап сыҡты һәм Башҡортостан казактарына күнекмәләр өсөн Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге “Патриот” паркы мөмкинлектәрен дә файҙаланырға кәңәш итте.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.

 

Автор:Гөлсәсәк Хәйруллина
Читайте нас