Йәмғиәт
30 Август 2025, 12:30

Малдың теле булһа, улар ҙа рәхмәт әйтер ине

Тәүлектең ниндәй генә ваҡыты булмаһын, һауа торошо нисек кенә үҙгәрмәһен, йылдың һәр миҙгелендә был белгестәр ауырыу малды иғтибарһыҙ ҡалдырмай.

Малдың теле булһа, улар ҙа рәхмәт әйтер инеМалдың теле булһа, улар ҙа рәхмәт әйтер ине
Малдың теле булһа, улар ҙа рәхмәт әйтер ине

Иртәгә - Мал табиптары көнө. Хәҙер ауылда мал аҙайһа, мал табиптары ла бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡалып бара. Шулай ҙа бар әле һәм халыҡтың уларға рәхмәте сикһеҙ. Был белгестәр тәүлектең теләһә ниндәй мәлендә ярҙам күрһәтергә әҙер, мал ҡайһы ере ауыртҡанын әйтә алмаһа ла, бар тәжрибәһен эшкә егеп, уларҙы дауалайҙар, һауыҡтыралар. Малдың теле булһа, улар ҙа был изге кешеләргә рәхмәт әйтер ине. 

Беҙгә Баймаҡ районынан Мөнирә Әхмәтова ла мал табиптары - ветеринарҙар тураһында бик йылы хәбәр ебәргән. Уны тулыһынса баҫабыҙ:

"Урын кешене биҙәмәй, кеше урынды биҙәй, тигән бик фәһемле мәҡәл бар беҙҙең халыҡта. Был мәҡәл беҙҙең Баймаҡ районың Ишбирҙе ауылында мал табибы булып эшләүсе Исмәғилев Мөхтәр Миңлехан улы менән Юнысова Ләйлә Рихсәт ҡыҙы тураһындалыр тип уйлайым. Был белгестәр ветеринария табибы һөнәрен шундай кимәлгә күтәрҙеләр, уларға хатта кешеләрҙе дауалаусы табиптарға ҡараған кеүек ҡарайбыҙ.

Әлбиттә, бындай белгестәрҙең булыуы беҙгә, мал көткән кешеләргә, ҙур ҡыуаныс. Сөнки малдың аҡылы юҡ, шуға ла ҡазаға осрап ҡына тора, теле юҡ ни булғанын әйтеп бирергә. Шундай саҡта ошондай үҙ эшен яҡшы белгән табиптарҙың булыуы ҙур уңыш тип һанайым.

Мөхтәр Миңлехан улы менән Ләйлә Рихсәт ҡыҙына ҡасан ғына мөрәжәғәт итһәң дә, гел ыңғай яуап ишетәһең: хәҙер барып етәм. Тәүлектең ниндәй генә ваҡыты булмаһын, һауа торошо нисек кенә үҙгәрмәһен, йылдың һәр миҙгелендә был белгестәр ауырыу малды иғтибарһыҙ ҡалдырмай: Ләйлә биш-ун минутта йүгереп килеп етһә, Мөхтәр ағай, икенсе ауылда йәшәүенә ҡарамаҫтан, ярты сәғәт тигәндә саҡырған ерҙә була.

Һәр саҡ таҙа махсус кейемдә, кәрәкле ҡоралдар-ҡорамалдар, дарыуҙар менән киләләр. Хужаларҙан да эш урынында таҙалыҡ, тәртип талап итәләр.

Ниндәй генә ауыр хәл булмаһын, һәр саҡ тыныс ҡына, үҙ эштәрен белеп тотоналар эшкә, ауырыу малды ла яғымлы һүҙҙәре менән тынысландыра беләләр. Ауыр операциялар эшләүҙән дә ҡурҡмайҙар, системаһын да ҡуялар, мал һауыҡҡанса көн дә килеп укол да яһайҙар.

Был ике белгескә мин һәр саҡ ҙур ихтирам менән ҡарайым. Шәп белгес кенә түгел, ә кеше булараҡ та һоҡланыу уяталар. Улар һәр саҡ алсаҡ, егәрле, эшлекле, көткән донъялары ла балҡып, гөлт итеп тора, ғаиләләре лә бына тигән.

Исмәғилев Мөхтәр Миңлехан улы менән Юнысова Ләйлә Рихсәт ҡыҙын профессиональ байрамдары - Ветеринария табиптары көнө менән ҡотлайым. Уларҙың ауыр хеҙмәтендә гел уңышлыҡтар, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете теләйем, киләсәктә лә мал аҫыраусы хужаларҙы ҡыуандырып оҙон-оҙаҡ йәшәһендәр. Мөмкинлектән файҙаланып, уларға оло рәхмәтемде белдерәм".

Беҙ ҙә бер ыңғайҙан бөтә мал табиптарын һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ. Уларға еңел булмаған, әммә изге эштәрендә уңыштар, ғаилә бәхете, һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ!

Фото: М. Кирәева архивынан. 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас