Йәмғиәт
3 Сентябрь 2025, 07:35

Иң яҡшы мурал өсөн тауыш бирегеҙ!

«Һыбайлылар» эше Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәрен һыландырған.

Иң яҡшы мурал өсөн тауыш бирегеҙ!Иң яҡшы мурал өсөн тауыш бирегеҙ!
Иң яҡшы мурал өсөн тауыш бирегеҙ!

Волга буйы федераль округының «ФормАрт» урам сәнғәте фестивале ҡала киңлектәрен үҙгәрткән, уларҙы замансараҡ һәм уңайлыраҡ иткән йәш рәссамдарҙы берләштерә. Быйыл Ватанды һаҡлау, Бөйөк Ватан һуғышы һәм беҙҙең заман геройҙары тураһында хәтер темаһына айырыуса иғтибар бүленде.

Башҡортостан рәссамы Кирилл Ильиндың Ағиҙелдәге «Һыбайлылар» эше был теманың сағыу кәүҙәләнеше булды. 10 ҡатлы йорттоң фасадындағы монументаль әҫәрҙә легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре һүрәтләнгән.

Муралдың үҙәк образы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендәге атлылар. Эшкә ҡала тарихы менән бәйләнеш ҙур әһәмиәт бирә – һуғыштан һуң Ағиҙелдә данлыҡлы дивизия яугирҙәренең береһе - Советтар Союзы Геройы Абдулла Фәйзрахман улы Шаһиев йәшәгән.

Нисек тауыш бирергә:

Бушлай шылтыратығыҙ: 8 (800) 301-50-23
1-се һанды (эшебеҙҙең номерын) яҙығыҙ
Тауыш биреүҙе төймәгә баҫып раҫлағыҙ.
Тауыш биреү 15 сентябргә тиклем дауам итә – һәр кем ҡатнаша ала.

Сығанаҡ: https://mgazeta.com/news/novosti/2025-08-29/startovalo-narodnoe-golosovanie-za-luchshiy-mural-formart-2025-4366400

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас