Йәмғиәт
3 Сентябрь 2025, 10:25

МХО шарттарында сит илдәрҙәге этносепаратистик акторҙарҙың эшмәкәрлеге

3 сентябрь – бөтә ил өсөн мөһим көн. Террорсылыҡҡа ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнө ул. Украинала Махсус хәрби операция үткәрелгән һәм идеологик дошман тарафынан Рәсәйгә ҡаршы күләмле мәғлүмәт-пропаганда һуғышы барған осорҙа ул айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә.

Махсус хәрби операция башланыу менән Украиналағы сәйәси режим Көнбайыш илдәре менән берлектә Рәсәй дәүләтселеген тарҡатыу, илдә хәлде тотороҡһоҙландырыу маҡсатында төрлө алымдар ярҙамында Рәсәй Федерацияһының милли республикаларында этносепаратистик кәйеф тыуҙырырға тырыша. Төрлө сәбәптәр арҡаһында мәғлүмәт һуғышында Башҡортостанға һәм уның төп халҡына айырым иғтибар бирелә. Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтың Хәл-ваҡиғалар үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостан Рәсәй Федерацияһы төбәктәре араһында мәғлүмәт һөжүменең күләме буйынса тәүге урындарҙың береһен биләй.

Бының көнбайыш махсус хеҙмәттәре тарафынан йәшерен көйләнгән, алдан уҡ планлаштырылған, төрлө гранттар һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың тармаҡлы селтәре аша яҡшы финансланған сәйәси проект булыуына һис бер шик юҡ. Һәм уға нигеҙ һалҡын һуғыш һәм СССР-ҙың капиталистик блок илдәренә идеологик йәһәттән ҡаршы тороуы осоронда уҡ һалынғайны. Совет дәүләте тарҡалып, 2014 йылға (Ҡырым Рәсәйгә ҡушылғанға) тиклем тиерлек, ошо алымдар, “йомшаҡ көс” рәүешендә, Башҡортостанда ла, тотош илдә лә, шул иҫәптән ғилми тикшеренеүҙәргә грант ярҙамы аша, либераль идеология хаҡындағы уйҙырмаларҙы көсәйтеү өсөн әүҙем ҡулланылды. Асылда иһә, көнбайыш элиталарының Рәсәйҙе эстән тарҡатыу буйынса йәшерен эше һис ҡасан да туҡтаманы.

Төптән уйланылған, эҙмә-эҙлекле был эш барышында һәр “этник” төбәк өсөн үҙ мәғлүмәт селтәрҙәре төҙөлгән. Улар башлыса Рәсәйҙән эмиграциялаған сәйәси һәм йәмәғәт акторҙарынан, шулай уҡ сит илдәрҙә йәшәгән ҡайһы бер милли диаспора вәкилдәренән тора.

Башҡортостан Республикаһы тураһында әйткәндә, һүҙ, тәү сиратта, башҡорт милләтсел һәм дини акторҙары, системанан тыш либераль оппозиция яҡлылар хаҡында бара. Өҫтәүенә был этапта улар башлыса сәйәси антагонистар булараҡ һәм бер-береһенә оҡшамаған, төрлө-төрлө “киләсәк образы” проекттары менән сығыш яһай. Әммә уларҙың сит илдәрҙәге етәкселәренә тотороҡло блок төҙөүҙең кәрәге юҡ, сөнки был дискурстың төп маҡсаты – илдәге дәүләт системаһын юҡҡа сығарыу, Рәсәйҙе тарҡатыу һәм элекке СССР биләмәһендә “идара ителә торған хаос” тыуҙырыу.

Хәрби кампанияға тиклем үк, Рәсәйҙә консерватив реформалар нигеҙендә сәйәси киңлектә радикаль милли, дини һәм либераль идеологиялар формаларының сиктәрен билдәләү процесы башланғайны. Был иһә ошо идеологияларҙы таратыусыларҙың, шул иҫәптән Башҡортостанда ла, хоҡуҡ һаҡлау органдары баҫымы аҫтында экологик, ижтимағи һәм башҡа хәрәкәттәр төҫөн алып, үҙгәреүенә килтерҙе. Әммә махсус хәрби операция һәм системанан тыш акторҙарҙың сит илдәргә ҡасыуы бындай дискурстарҙың дәүләткә ҡаршы икәнлеген һәм емергес асылын асыҡтан-асыҡ күрһәтте.

Бындай эш йүнәлештәре тулыһынса раҫланған сюжеттарға нигеҙләнә һәм дөйөм алғанда түбән фәнни-аналитик кимәлгә эйә. Телеграм-каналдарҙың йөкмәткеһенә һәм Башҡортостандан сит ил акторҙарының сығыштарына яһалған контент-анализ күрһәтеүенсә, улар:
- милләт-ара һәм дин-ара низағты яһалма ҡуҙғатыу;
- быуаттар буйы төбәктә татыу йәшәгән халыҡтарҙы бер-береһенә ҡаршы ҡуйыу;
- төп этнос тарихындағы ауыр мәсьәләләрҙе һәм тарихи яраларҙы файҙаланыу;
- хәҙерге Рәсәйҙә рус булмаған халыҡтарҙың һәм мосолмандарҙың хоҡуҡтарын ҡыҫыу тураһындағы тезистарҙы таратыу;
- ил етәкселеген һәм махсус хәрби операцияны тәнҡитләү;
- пантюркизм һәм радикаль этносепаратизм идеяларын үҫтереү кеүек мөһим мәлдәргә баҫым яһай.

Сит ил акторҙарының пропаганда эшмәкәрлегендә киҫкен локаль бәрелештәр һәм протест акциялары шарттарында ялған мәғлүмәттәр сығарыу һәм таратыу ҙур әһәмиәткә эйә. Әлбиттә, бындай хәбәрҙәрҙең сәйәси-технологик һөҙөмтәһе ғәҙәттә ҡыҫҡа ваҡытлы була.

Был дискурстың асыҡтан-асыҡ хәйләгә ҡоролоуына һәм, әйтелгәнсә, түбән интеллектуаль кимәленә ҡарамаҫтан, уның постулаттары ҡайһы берҙә халыҡтың киң ҡатламдарында, бигерәк тә быуыны нығынып өлгөрмәгән һәм тәнҡит күҙлегенән сығып фекер йөрөтөү оҫталығы булмаған йәштәрҙә хуплау таба. Шуға күрә төбәктең милли, мәғлүмәти һәм йәштәр сәйәсәтенә ярашлы даими ағартыу һәм аңлатыу эше алып барыу бик мөһим.

Әле сит илдәрҙән тороп социаль селтәрҙәрҙә һәм медиакиңлектә тыйылған “Башҡорт” [3] милләтселәр ойошмаһының элекке лидеры Руслан Ғәббәсов [1, 2], уның яҡлы ЛГБТ-активистка Айгөл Леон, сәләфиттәрҙең рәсми булмаған лидеры Ишморат Хәйбуллин, “Нуржулар” [3] сектаһы ағзаһы Руслан Сөләймәнов, БР Йәмәғәт палатаһының элекке рәйесе Ростислав Мырҙағолов [1, 2] һ.б. Рәсәйгә ҡаршы пропаганда алып бара.

Этносепаратист Р. Ғәббәсовтың [1, 2] эшмәкәрлеге

Сит ил этносепаратистары араһында ярайһы уҡ мөһим урын биләй. Уның тормош юлы ла ярайһы уҡ үҙенсәлекле. Кеше үлтергән өсөн хөкөм язаһын үтәп, республикаға ҡайтҡас, “Күк бүре” [3] башҡорт милләтсе йәштәр ойошмаһы ағзаһы сифатында йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә башлай. 2017 йылда ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай. “Күк бүре” тарҡалғас, көрәштәше Ф. Алсынов [1] менән “Башҡорт” [3] ойошмаһын төҙөй. 2020 йылда был ойошма БР Юғары суды тарафынан экстремистик тип таныла һәм Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә уның эшмәкәрлеге тыйыла.

2021 йылдың көҙөндә Ғәббәсов [1, 2] Литваға эмиграцияға китә. Шул осорҙан алып уның идеологик телмәрҙәре Рәсәйҙе яманлауға ҡорола. Махсус хәрби операция башланыу менән эшмәкәрлеге Украиналағы неонацистик режим һәм көнбайыш махсус хеҙмәттәре файҙаһына йүнәлтелә. Төрлө сит ил форумдарында Рәсәй етәкселеген рус булмаған халыҡтар геноцидында ғәйепләү, Украина менән һуғышта Рәсәйҙең еңелеүен яҡлап, башҡорт халҡы исеменән сығыш яһау өсөн ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ул бер нисә ярым ялған ойошма (Сит илдәге Башҡорт милли хәрәкәте комитетын [4, 5], Башнацполит [4]) төҙөй.

Шул уҡ ваҡытта көнбайыш һәм Украина махсус хеҙмәттәре менән хеҙмәттәшлек итеүен әллә ни йәшермәй ҙә. 2022 йылда ул Литвала сәйәси һыйыныу төйәге алыуы тураһында хәбәр итә. Әйтеүенсә, ғәҙәттә бындай эш бер йылға тиклем дауам итә, ә уның буйынса ҡарар бик тиҙ – 4,5 ай эсендә ҡабул ителгән һәм ул әле Литва менән Евросоюздың легаль резиденты булып тора. Ошо эштә үҙенә ярҙам иткәндәре өсөн иноагент тип танылған “Мемориал” [2] үҙәгенә, Польша тарафынан финансланған “Прометей” [5] украин хоҡуҡ яҡлау ойошмаһына, “Ирекле Иҙел-Урал” [5] сепаратистик хәрәкәтенә; радикаль экоактивист Е. Чириковаға [1, 2], шулай уҡ мутлыҡ ҡылған өсөн енәйәт эше ҡуҙғатылғас, Эстонияға ҡасҡан Башҡортостандан сәйәси эмигрант К. Чадлинға рәхмәтен белдерҙе.

Бер аҙҙан, финанслау сығанағын телгә алмайынса, Вильнюс ҡалаһында яҡшы йыһазландырылған Сит илдәге башҡорт милли хәрәкәте комитеты офисын асыуы хаҡында хәбәр итә. Башта ул аудиторияһын Литвала йыһаз йыйып, аҡса эшләүенә ышандырырға тырышһа, ваҡыт үтеү менән был аңлатманың мәғәнәһеҙ булыуын аңлаптыр инде, уны телгә алмай башланы.

Пропаганда юҫығында иһә Р. Ғәббәсовтың [1, 2] эшмәкәрлегендә төп йүнәлештәрҙең береһе – махсус хәрби операция темаһы. Бында ул неонацистик режимдың ирекле ярҙамсыһы бурысын үтәй. 2022 йылда башҡорт этносепаратисы Украина Ҡораллы көстәренә асыҡтан-асыҡ мөрәжәғәт итеп, РФ республикаларынан әсирҙәр менән аңлатыу эше алып барырға һәм уларҙан милли отрядтар төҙөргә, йәғни йәнә бер фашистик легион ойошторорға тәҡдим итә.

2023 йылда Сит илдәге башҡорт милли хәрәкәте комитеты Украина Ҡораллы көстәре составында “Башҡорт азатлыҡ армияһы”н төҙөү тураһында указ сығара. Әммә уның сафына инергә әүҙем өгөтләүҙәргә ҡарамаҫтан, үҙе алғы һыҙыҡҡа барырға ашыҡмай, “башҡорт отрядтары” тураһындағы һүҙҙәре лә һөҙөмтәлә ғәҙәти фейк булып сыға.

Р. Ғәббәсовтың [1, 2] эшендә диверсион эшмәкәрлек һыҙаттары ла бар. Хәрби кампания башында үҙенең интернет-ресурстарында ул әленән-әле “Вәлидов” флагы һәм “Башҡорт” [3] йәмәғәт ойошмаһы логотибы һүрәтләнгән “Ирекле Башҡортостан” [4] листовкаларының электрон макетын таратып, үҙе яҡлыларҙы республика ауыл-ҡалаларында ошо листовкаларҙы йәбештереп сығырға, һуңынан фотоотчет ебәрергә саҡыра.

Пропаганда эшмәкәрлегендә Рәсәйгә ҡаршы йүнәлтелгән төрлө ойошмалар һәм форумдар эшендә ҡатнашыуға ҙур иғтибар бирә. Уларҙа бөтә башҡорт халҡы исеменән яңғырауыҡлы сәйәси белдереүҙәр менән сығыш яһай. Аҙаҡ иһә законһыҙ “Рәсәй этностары вәкилдәренең” ошондай фекерҙәре көнбайыш киң мәғлүмәт саралары тарафынан таратыла, башҡа дәүләттәр алдында Рәсәйҙең бәҫен төшөрөү өсөн ҡулай юҫыҡ тыуҙыра.

Мәҫәлән, 2022 йылдың июлендә “Ирекле Милләттәр Лигаһы” [5] хәрәкәтенең матбуғат конференцияһында ҡатнаша. Сара “һалҡын һуғыш” осоронан алып Америка Ҡушма Штаттары йыл һайын билдәләгән “Буйһондоролған халыҡтар аҙналығы” барышында уҙғарыла. “Беҙ империя составынан сығырға теләйбеҙ. Башҡорттар ғәйәт күп халыҡ-ара санкциялар һалынған Рәсәй менән бергә ситкә тибелгеһе килмәй”, – ти ул үҙенең сығышында.

Р. Ғәббәсов [1, 2] тарихи хәтер өлкәһендә лә көнбайыш алымдары үлсәменә ярашлы нарративтар төҙөп маташа. Башҡорт халҡының бай һәм ҡатмарлы тарихынан кәрәкле ваҡиғаларҙы һәм факттарҙы алып, Башҡортостан Рус дәүләтенә ҡушылған мәлдән төбәктәге аҫаба халыҡҡа ҡарата маҡсатлы рәүештә быуаттар буйы кәмһетеү, мәҙәни ассимиляция һәм геноцид сәйәсәте тормошҡа ашырылыуы тураһында фекер тыуҙырыла.

Бындай сәйәсәттең асыҡ “дәлиле” рәүешендә аныҡ тарихи сюжеттар һайлап алына. Мәҫәлән, башҡорт ихтилалдарын аяуһыҙ баҫтырыу осраҡтары, 1736 йылда Һөйәнтүҙ ауылындағы фажиғәләр, Граждандар һуғышы осоронда һәм Совет власының тәүге йылдарында Башҡортостандағы ҙур аслыҡ һ.б. Бер үк ваҡытта башҡорт халҡының тарихи шәхестәре (батша һөргөнөндә вафат булған, Пугачев фетнәһе етәкселәренең береһе С. Юлаев; революцияла һәм Граждандар һуғышында ҡатнашып, 1930 йылдарҙағы сәйәси золом осорона һәләк булған комбриг М.Мортазин; партия органдары яғынан эҙәрлекләүҙәргә дусар ителгән башҡорт шағиры Р. Ғарипов һ.б.) иҫәбенән, Ғәббәсов фекеренсә, “Башҡортостандың азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо өсөн” һәләк булған “Рәсәй империяһы ҡорбандары” пантеоны төҙөлә. Мемориаль сәйәсәт өлкәһендә, мәҫәлән, ғалим-төркиәтсе һәм Башҡортостан автономияһы өсөн хәрәкәт лидеры Әхмәтзәки Вәлиди исеме тирәләй бәхәсле мәсьәләләр көнүҙәкләштерелә.

Р. Ғәббәсов [1, 2] тарафынан башҡорт халҡының тарихын ошо рәүешле саманан тыш ябайлаштырып һәм тупаҫ боҙоп күрһәтеү уның пропагандистик көн тәртибе юҫығында аңлайышлы булыуға ҡарамаҫтан, хәҙерге тарих фәнендә ҡулланылған алымдарҙан һәм ғилми дискурстан бөтөнләй ситтә тора. Телмәрҙәрендә “люстрация” һәм “яза биреү” темалары даими күәрелә. Атап әйткәндә, ул көс структураларына, махсус хәрби операцияла, VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ҡатнашыусыларға, төрө кимәлдәге чиновниктарға, шулай уҡ БР Башлығы Р. Хәбировҡа (әйткәндәй, уны ул “атыуға хөкөм ителгәндәр исемлеге”нә индергән) киләсәктә суд тарафынан эҙәрлекләүҙе һәм хоҡуҡтарынан мәхрүм итеүҙе вәғәҙәләй. Әүәлерәк ошондай уҡ янауҙар рус милләтселәренән алып коммунистар һәм либералдарға тиклемге уның идеологик оппонентарына ҡағыла ине.

2024 йылдың ғинуарында Баймаҡ ваҡиғаларында Р. Ғәббәсов [1, 2] ғәйәт ҙур кире роль уйнай. Сыуалыштар башланғас, ул үҙенең сәхифәләре аша башҡорт халҡын мөҙҙәтһеҙ буйһонмау акцияһын башларға саҡыра. Йәнә протеста ҡатнашыусыларҙы законһыҙ ғәмәлдәргә ҡоторта, ошо рәүешле ватандаштарын хөкөм язаһына этәрә.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ: бер йыл үтеүгә, Баймаҡ ҡалаһындағы ваҡиғаларҙа ҡатнашып ҡулға алынғандар хаҡында әйткәндә, уларҙың халыҡты уятыу өсөн кәрәкле “изге ҡорбан” булыуын таный. Уның билдәләүенсә, башҡорт ихтилалдарында йәки 1986 йылда Ҡаҙағстандағы сыуалыштарҙа ҡатнашыусылар араһында ла зыян күргәндәр байтаҡ була, әммә был ҡорбандар “азатлыҡ өсөн көрәш” һәм теге йәки был милләттең үҙенсәлектәрен һаҡлап ҡалыу өсөн кәрәк.

Бынан тыш, башҡорт йәштәрен күрәләтә сепаратистик лозунгылар төшөрөү йәки флагтар яндырыу кеүек законһыҙ ғәмәлдәргә йәлеп итә, һөҙөмтәлә уларға ҡарата енәйәт эше асыла. Сит илдән тороп, социаль селтәрҙәр аша ул “еңел аҡса эшләү”ҙе вәғәҙәләп, үҫмерҙәрҙе вербовкалау менән шөғөлләнә, асылда иһә уларҙы Украиналағы кураторҙар мәнфәғәтендә ҡотҡо таратыу өсөн файҙалана. Шул уҡ ваҡытта уның эш алымдары ҡурҡытыу, янауҙарға ҡорола. Мәҫәлән, 2024 йылда республикала бер ваҡиға киң танылыу алғайны. Бөрйән районынан студенттарҙы империя флагы төшөрөлгән патриотик фотолар өсөн ғәфү үтенергә мәжбүр иттеләр. Эҙәрлекләүҙе Ғәббәсов [1, 2] менән бәйле урындағы активист ойошторғайны. Әйткәндәй, һөҙөмтәлә уның үҙенә ҡарата енәйәт эше асылды.

Ул пантюркистик теманы ла алға этәрә. 2024 йылда Р. Эрдоган Ҡазандағы БРИКС саммитында ҡатнашҡан саҡта, ул Телеграм селтәрендәге каналында “башҡорт һәм татар милли хәрәкәте активистары Төркиә Президентының иғтибарын Рәсәйҙә мосолмандарҙы һәм төркиҙәрҙе йәберләүгә йәлеп итһен өсөн” ҡотҡоға ҡоролған мәғлүмәттәр урынлаштыра. 2025 йылда рәсми Анкара менән Баҡы араһындағы берлек төрки дәүләттәр союзы – “Туран” өсөн нигеҙ булып тора тип билдәләп, Төркиә һәм Азербайжан етәкселәренең Рәсәй менән Әрмәнстанға ҡағылышлы әйтелгән кире белдереүҙәрен хуплап сыға. Шул уҡ ваҡытта радикаль милләтсе, Рәсәйҙә власть алмашынғас, Башҡортостандағы әрмән өсөн ҡыйынлыҡтар тыуасаҡ, киләсәктә рус халҡының да бер өлөшө республиканан китергә тейеш буласаҡ, тигән фекер әйтә.

Әйткәндәй, йәмәғәт эшмәкәрлегендә лә баштан уҡ низағ, тарҡалыш тыуҙырырға маташа, һөҙәмтәлә уның Рәсәй махсус хеҙмәттәренә йәшерен эшләүе тураһында имеш-мимеш тарала. Мәҫәлән, асыҡ интернет-дискуссиялар барышында ул үҙенең фекере менән килешмәгән күп кенә башҡорт милли хәрәкәте активистарын (С. Исмәғилевҡа, Р. Рәхмәтовҡа, И. Йомағоловҡа, Б. Асҡаровҡа һ.б.) хурлай. “Фейсбук”та [6] бер-береһен байтаҡ ғәйепләгәндән һуң, Ғәббәсов [1, 2]Коррупцияға ҡаршы көрәш фонды ағзаһы, сәйәси эмигрант Ф. Телинды [2], “Башҡортостандың либераль клоуны” тип атап, дебатҡа саҡыра. Һөҙөмтәлә Ғәббәсов [1, 2] менән системанан тыш сит ил оппозицияһы вәкилдәре Е. Коноплин, Л. Чанышева [1] һәм башҡалар араһында идея юҫығында фекер айырмалыҡтары тыуа, сөнки Рәсәй либераль мөхитендә радикаль милләтселек ҡараштары бик һаҡ һәм хатта дошманлыҡ менән ҡабул ителә. Р. Мырҙағолов [1, 2] менән берлектә “башҡорт тематикаһы” нигеҙендә сәйәси союз төҙөргә маташыуы ла асылда бер ниндәй ҙә әһәмиәтле һөҙөмтә бирмәне.

Сәләфиттәр етәксеһе И. Хәйбуллиндың эшмәкәрлеге

Республика мосолмандарының бер өлөшөндә ниндәйҙер дәрәжәлә абруй яулап өлгөргән һәм ҡайһы бер эксперттар тарафынан Башҡортостандағы сәләфиттәр ағымының “уртаса” вәкилдәре иҫәбенә индерелгән БР сәләфиттәренең рәсми булмаған лидеры И. Хәйбуллин менән дә шундай уҡ хәл була.

Ләкин “уртансылар” төркөмөнә инеүенә ҡарамаҫтан, Хәйбуллин махсус хәрби операция башланғанға тиклем үк Рәсәйҙе ҡалдырып, Төркиәгә күсеп китә һәм социаль селтәрҙә Рәсәйгә ҡаршы асыҡтан-асыҡ пропаганда алып бара башлай. 2022 йылдың сентябрендә мобилизация иғлан ителгәндән һуң, ул БР Башлығы Р. Хәбировҡа республикала өлөшләтә мобилизацияны туҡтатыу талабы менән мөрәжәғәт итә, быны башҡорт халҡына юҡҡа сығыу хәүефе янауы менән аңлата.

Һуңыраҡ “Mehmann” ҡушаматлы блогерға биргән интервьюһында ул 2022 йылдың майында Төркиә Республикаһына күсеп килеүе, Рәсәй Федерацияһында “тормоштоң башҡа дәүләттәрҙәгегә ҡарағанда байтаҡҡа ҡайтышыраҡ булыуы” тураһында һөйләй. Хәйбуллин, Рәсәй донъяуи дәүләт түгел, сөнки православиеға өҫтөнлөк бирә, шул уҡ ваҡытта ислам дине вәкилдәре аҙ булғанға күрә, унда йәшәгән мосолмандарҙың йәмғиәттәге йоғонтоһо ҙур түгел, тип билдәләй. Бынан тыш, сәләфиттәр лидеры, Рәсәй мөфтөйҙәренең мосолмандарға МХО-ла хеҙмәт итеүҙең тыйылмауы тураһында көнө-төнө өгөт-нәсихәт уҡып, һөҙөмтәле эш башҡарыуын да телгә ала. Ул дини ҡәрҙәштәрен Украиналағы хәрби ғәмәлдәрҙә ҡатнашыуҙан баш тартырға саҡыра.

Артабан И. Хәйбуллиндың ҡараштары һәм телмәрҙәренең радикалләшеүе күҙәтелә. Дин әһеле даими нигеҙҙә республика етәксеһенә тәнҡит һүҙҙәре яуҙыра, төбәктәге юғары вазифалы кешеләрҙе “башҡорт халҡының дошманы” тип атай, БР мосолмандарының дини лидерҙары – Т. Тажетдиндың һәм А. Бирғәлиндың абруйына тап төшөргән мәғлүмәттәр баҫтыра, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты һәм Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты эшмәкәрлеген яманлауға ҡоролған кампаниялар ойоштора. Махсус хәрби операция үткәреү тураһындағы ҡарарҙы асыҡтан-асыҡ тәнҡитләй.

Социаль селтәрҙәрҙә сәләфиттәр лидеры башҡорт батальондарының рухи остаздары В. Иванов менән Х. Хафизовтың эшмәкәрлеген, хатта батальондарҙың исемдәрен (атап әйткәндә, Рәсәй Геройы А. Доставалов исемендәге батальонды) хурлай. И. Хәйбуллиндың фекеренсә, Доставалов “Чечняла мосолмандарҙы үлтергән”, һәм был факт мосолмандарҙың хистәрен “рәнйетә”.

И. Хәйбуллиндың телеграм-каналына анализ күрһәтеүенсә, һуңғы йылдарҙа ул сәхифәһен сәйәси блогҡа әйләндергән. Унда дини мәсьәләләрҙе лә һирәгерәк күтәрә, хәбәрҙәренең күпселеген киҫкен социаль һәм протест ҡеүәтенә эйә булған проблемаларға арнай. Шул уҡ ваҡытта уның каналында православие ҡанундарын, ғөрөф-ғәҙәттәрен мыҫҡыллаған, рустарға һәм рус мәҙәниәтенә ҡаршы мәҡәләләр һаны артҡан. Мәҫәлән, ул “Вагнер” шәхси хәрби компанияһы етәксеһе Е. Пригожин изгеләр образында һүрәтләнгән бер нисә фотоһүрәт урынлаштырған һәм уның аҫтына әсе көлөп: “православие изгеһе булыу өсөн кувалда менән үлтереү ҙә етә”, тигән һүҙҙәр яҙып ҡуйған.

Яҡын Көнсығышта ваҡиғалар киҫкенләшкәс, И. Хәйбуллин ЦАХАЛ һалдаттарына үлем теләп, асыҡтан-асыҡ антисемит телмәрҙәре менән сығыш яһай. Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назаратын һәм Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратын “мосолман ҡәрҙәштәргә” аныҡ ярҙам күрһәтмәүҙә ғәйепләй.

Селтәрҙә эшмәкәрлек алып барғанда И. Хәйбуллиндың һәм тотош сәләфилек идеяларының антимодернистик асылы сағыла. Дини актор хатта бөйөк рус классик әҙәбиәтен “макулатура” тип иғлан итеүҙән тартынмай. Ә бит уның фекеренә таянһаң, ошо әҙәбиәт нигеҙендә үҫешкән совет башҡорт әҙәбиәтен, шул иҫәптән М. Кәрим, Р. Ғарипов һәм башҡаларҙың ижадын да “әһәмиәтһеҙ, ваҡ-төйәк нәмә” тип танырға кәрәклеген ул аңлап та етмәйҙер, күрәһең.

Дөйөм алғанда, 2025 йылдан башлап И. Хәйбуллиндың мәғлүмәттәрендә милләт-ара тарҡаулыҡ тыуҙырыуға, тарихи факттарҙы боҙоп күрһәтеүгә, милләтселекте реабилитациялауға һәм террорсылыҡ эшмәкәрлеген аҡлауға йүнәлтелгән фекерҙәр асыҡ күҙәтелә.

Шулай итеп, Рәсәйҙән ситтә йәшәп, сәләфиттәр лидеры республикалағы конфессия-ара һәм этник-ара тыныслыҡты юҡҡа сығарыу өсөн маҡсатҡа ярашлы эш алып бара, башҡа диндәргә, ғөмүмән сит мәҙәниәткә ихтирамдан йыраҡ булған үҙенең фундаменталистик идеяларын таратыу менән шөғөлләнә.

Журналист һәм сәйәси технолог Р. Мырҙағоловтың [1, 2] эшмәкәрлеге

Журналист, БР Йәмәғәт палатаһының элекке рәйесе Р. Мырҙағоловтың да [1, 2] эшмәкәрлеге үҙенсәлекле. Махсус хәрби операция башланғас ул, илдә тормошҡа ашырылған сәйәсәт менән риза түгеллеген асыҡтан-асыҡ белдереп, Рәсәйҙән сығып китә. Ләкин ҡайһы бер киң мәғлүмәт сараларында уның коррупциялы ғәмәлдәре өсөн хөкөмдән ҡасып китеүе тураһында хәбәрҙәр донъя күрә.

Эмиграцияла ул Рәсәй либераль оппозицияһы менән бәйле структураларға инә. 2024 йылдың апрелендә үк М. Ходорковскийҙың [2] “Асыҡ медиа” проектына ярашлы, “Украинала бер ай: элекке Кремль пропагандисы күҙлегенән һуғыш һәм солох” тигән фильм сығара.

“Idel.Реалии” [2] иноагент-сайтына интервьюһында ул, фильмды төшөргәндә: “Украина, этник, мәҙәни, тел һәм дини үҙенсәлектәренә ҡарамаҫтан, ватандаштарының берҙәмлеге нигеҙендә ысын граждан милләтен төҙөүҙә уңышҡа өлгәшкән, тигән һығымтаға килдем”, тип белдерә. “Бындай хәл Украинаны Рәсәй телевидениеһында һәм Рәсәй власы телмәрҙәрендә бик популяр булған милләтселек режимы тураһындағы стереотиптарҙан йырағайта”, тигән фекерҙә. БР Башлығын ул Башҡортостан егеттәренең күпләп һәләк булыуында ғәйепләй.

2024 йылдың авгусында Рәсәйгә үтеп инеп, Курск өлкәһендә Украина ғәскәрҙәре баҫып алған биләмәнән репортаж төшөрә. Ул украиндарҙың мөнәсәбәте, махсус хәрби операцияның кәрәкме-юҡмы икәнлеге һ.б. тураһында кешеләрҙең фекерен белешкән. Яһалма рәүештә һайлап алынған яуаптар, көтөлгәнсә, нигеҙҙә Рәсәйгә ҡаршы, Украина Ҡораллы көстәрен хуплауға ҡоролған.

Хоҡуҡ һаҡлау органдары сит ил агенттары тураһындағы РФ ҡануниәте менән ҡаралған бурыстарҙы үтәмәгән һәм “Рәсәй армияһы тураһында ялған хәбәр таратҡан” өсөн Р. Мырҙағоловҡа [1, 2] ҡарата енәйәт эше ҡуҙғата. Һуңыраҡ иһә ул федераль һәм халыҡ-ара эҙләүгә лә иғлан ителә.

Әле ул төрлө Украина каналдарында һәм медиаресурстарында даими эксперт булараҡ сығыш яһай. Мәғлүмәти эшмәкәрлегендә ул Украина пропагандаһына хас булған РФ Ҡораллы көстәре һалдаттарының күп һанлы енәйәттәре, “ит штурмы” һ.б. кеүек тезистарҙы үҫтереү менән мәшғүл. Рәсәйҙең эске сәйәсәтенә килгәндә, ул, хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм власть, халыҡты ҡурҡытыу һәм фантом дошман тыуҙырыу өсөн, Навальныйҙы [1, 2] үлтереүҙе, Дағстандағы һәм “Крокус Сити”ҙағы теракттарҙы ойошторған, тип ғәйеп ташлай. 2025 йылда украин ютуб-каналында Украина Ҡораллы көстәренең 9 майҙа Мәскәүҙәге парадҡа һөжүм итеү мөмкинлеген ыңғай баһалап, Украина “быға хоҡуҡлы” тип белдерә.

Ул асыҡтан-асыҡ ялған хәбәр таратыуҙан да тартынмай. Мәҫәлән, уның әйтеүенсә, махсус хәрби операция башланғас, РФ граждандары күпләп аслыҡҡа дусар ителгән, улар “әлеге власты ҡолатыу өсөн” теләһә ҡайһы ваҡытта ихтилалға күтәрелергә әҙер. Бынан тыш, әүәлге чиновник “Кремлдәге сығанаҡтарына” һылтанып, РФ Президенты 2012 йылда уҡ вафат булған, хәҙер дәүләткә уға оҡшаш кешеләр идара итә, тип раҫлай.

***

Шулай итеп, селтәрҙә ныҡлы әүҙемлек күрһәтеүгә ҡарамаҫтан, төбәк халҡына пропагандистик йоғонто йәһәтенән сит ил акторҙарының эшмәкәрлеге түбән идеологик һөҙөмтәгә эйә. Бының үҙ-ара бәйле бер нисә сәбәбе бар.

1. Украинала махсус хәрби операция башланыу менән башҡорттар, республика халҡы менән бергә, МХО-ны һәм Рәсәй дәүләте тормошҡа ашырған сәйәсәтте хуплап сыҡты.

Бик күп ябай халыҡ вәкилдәренең махсус хәрби операцияға китеүе, шулай уҡ хәрбиҙәр ғаиләләренең һәм туғандарының булышлыҡ итеүе һөҙөмтәһендә башҡорт халҡының киң ҡатламдары МХО-ны әхлаҡи-рухи йәһәттән дә “үҙҙәренеке” тип ҡабул итте. Һуғыш милли үҙаңға ныҡлы һеңде. Был инде бәхәсһеҙ, объектив факт. Һәм хәрби кампания тыуҙырған барлыҡ социаль-иҡтисади тотҡарлыҡтарға, һәләк булғандар һәм яраланғандар күләменә ҡарамаҫтан, махсус хәрби операцияға булышлыҡ итеү, социалогик тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, тотороҡло булып ҡала.

Мәҫәлән, БР Мәҙәниәт министрлығының Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге үткәргән фекер белешеү һөҙөмтәләренә ярашлы, 2022 йылдың мартында Башҡортостан халҡының 59,9 проценты, 2023 йылдың февралендә – 53,6, 2024 йылда иһә 54 проценты махсус хәрби операцияны хуплаған.

Халҡыбыҙҙың менталитеты ла, уның бай хәрби тарихы ла был мәсьәләлә ҙур әһәмиәткә эйә булғандыр. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы менән бәйле ҡатмарлы хәл-шарттарға, фетнәләргә һәм ихтилалдарға ҡарамаҫтан, башҡорттар күп быуаттар буйы төрлө һуғыштарҙа әүҙем ҡатнашып, күп милләтле илдең таяныс этностарының береһе булыуын эш менән иҫбатланы. Махсус хәрби операция шарттарында төрлө халыҡ вәкилдәрен фронт һыҙығында туплап, коллектив һиҙемләүҙәр юҫығында йәшеренгән тәрәнтен архетиптарҙы уятып, Рәсәйҙең Евразия асылы үҙен йәнә асыҡтан-асыҡ сағылдырҙы.

Шуныһы ла мөһим, социаль составы буйынса башлыса ауылдан сыҡҡан һәм “ябай” халыҡ менән тығыҙ бәйләнгән башҡорт зыялыларының ҙур өлөшө ил тарихындағы ҡатмарлы дәүерҙә дәүләт, халыҡ мәнфәғәтен яҡлап сыҡты. Бөгөн милли ижади һәм мәҙәни элитаның күп кенә вәкилдәре үҙҙәренең һөнәри эшмәкәрлегендә лә, алғы һыҙыҡҡа даими юлланып та, республикабыҙ хәрбиҙәренә әхлаҡи һәм рухи теләктәшлек күрһәтә.

2. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт дауам иткән ижтимағи-сәйәси билдәһеҙлек осоронан һуң, Башҡортостан етәкселеге һәм шәхсән Р. Хәбировтың тырышлығы менән республикала төбәк тормошон хәрби кампания ихтыяждарына ярашлы үҙгәртеп ҡороу йәһәтенән күләмле эш йәйелдерелде. Төбәктән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға социаль ярҙам сараларынан тыш, ватансылыҡ тәрбиәләү һәм идеология өлкәһендәге проекттар ғәмәлгә индерелде, гуманитар ылау нигеҙендә республика яугирҙәрен кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеү буйынса өҙлөкһөҙ эш яйға һалынды.

Сит ил акторҙары һәм мәғлүмәт саралары яғынан мәғлүмәти һөжүмгә ҡаршы тороу өсөн төбәктәге власть органдары тырышлығы менән уларҙың идеологик йоғонтоһон юҡҡа сығарыу буйынса сара күрелә. Телеграм каналдағы власть сәхифәләре һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт киң мәғлүмәт саралары майҙансыҡтары аша, эксперттар берләшмәһе вәкилдәрен йәлеп итеп, сит ил акторҙарының емергес эшмәкәрлеген һәм Рәсәйгә ҡаршы алып барылған тапшырыуҙарҙы тәнҡитләү алып барыла, йәмәғәтселеккә таратылған тарихи имеш-мимештәр, ялған мәғлүмәттәр фаш ителә.

Шул уҡ ваҡытта дошмандарҙан айырмалы рәүештә, был процеста махсус хәрби операция темаһын, донъялағы ваҡиғаларҙың сәбәптәрен тәрән белгән профессиональ тарихсылар һәм политологтар, Рәсәй тарих йәмғиәтенең, Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтенең бүлексә ағзалары, ғалимдар һәм юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары, йәмәғәт ойошмалары һәм партиялар вәкилдәре, журналистар һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша.

Төбәктәге эске сәйәси хәлдең көнүҙәк мәсьәләләрен һәм проблемаларын яҡшы белгән БР Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары А. Бадранов махсус хәрби операцияла ҡатнашып, республикаға ҡайтҡас, ошо йүнәлештәге эшмәкәрлекте координациялау өр-яңы этәргес һәм эҙмә-эҙлеклерәк төҫ алды.

3. Мәғлүмәт һуғышы шарттарында Башҡортостандағы хоҡуҡ һаҡлау һәм күҙәтеү органдары менән иҫкәртеү эше алып барыла. Был да төбәктәге ижтимағи-сәйәси хәлгә ыңғай йоғонто яһай һәм сит ил көстәренең ғәмәлдәренә аяҡ сала. Мәҫәлән, 2023 йылда төбәктәге мәғлүмәти көн тәртибенә ҙур йоғонто яһаған иң радикаль милләтсел һәм оппозицион телеграм-каналдар ябылды. Ваҡыт үтеү менән уларҙың бер өлөшө ҡайтанан асылһа ла, билдәле бер ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшелде. 

2025 йылда “Роскомнадзор” “Аспекты – Башкортостан” баҫмаһының Германиялағы Өфө эмигранттары алып барған “Бәйләнештә” селтәрендәге икенсе сәхифәһен япты. Күҙәтеү ведомствоһында, “Бәйләнештә” социаль селтәрендә ҙур аудиторияға эйә булған “Аспекты”ның эшмәкәрлеген Рәсәй Федерацияһының дәүләт мәнфәғәттәренә ҡаршы килә, тип иҫәпләгәндәр.

Шулай уҡ БР Прокуратураһы Р. Ғәббәсовтың [1, 2] “Башҡорт милләтсеһе яҙмалары. Күк бүре” тигән китабын экстремистик тип таныу тураһында материалдар әҙерләп, уны судҡа ебәрҙе. РФ биләмәһендә уның “Руслан Ғәббәсов. Башҡорт Милли Лигаһы” [1, 2] сайты ла ябылды.

Һүҙемде йомғаҡлап, йәнә бер мәлде билдәләп үтергә теләйем. Әхлаҡи-этик һәм фәлсәфәүи йәһәттән Тыуған илгә хыянатсылар менән сәйәси оппозиция вәкилдәре араһындағы сик бик нескә. Кешегә үҙ илендә күп нимәнең оҡшамауы ихтимал. Ләкин Көнбайыш яғынан тышҡы баҫым һәм Рәсәйгә ҡарата йәйелдерелгән геосәйәси һуғыш шарттарында бындай экзистенциаль мәсьәләләргә иғтибар, тарихтан күренеүенсә, үҙгәрә барып, бөтөнләй башҡа мәғәнәгә һәм коннотацияға эйә була. Һәм улдарын Ватанды һаҡларға ебәргән башҡорт халҡы, ахыр килеп, сәйәси уйынға алданып, халыҡ исеме һәм мәнфәғәттәре артына йәшеренеп, асыҡтан-асыҡ дошман яғына сыҡҡан әҙәмдәрҙең эшмәкәрлегенә объектив баһа бирер, тигән фекерҙәмен.

Иҫкәрмәләр:
1 - Росфинмониторингтың экстремистар һәм террорсылар исемлегенә индерелгән кешеләр.

2 - Рәсәй Юстиция министрлығы тарафынан сит ил агенты тип танылған кешеләр.

3 - БР Юғары суды ҡарары менән ойошма «экстремистик» тип танылды, уның эшмәкәрлеге Рәсәй территорияһында тыйылды.

4 - Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтенә ярашлы террористик тип танылған ойошмаларҙың, шул иҫәптән сит ил һәм халыҡ-ара ойошмаларҙың берҙәм федераль исемлегенә индерелгән, РФ Федераль именлек хеҙмәтенең рәсми сайтында урынлаштырылған.

5 - Рәсәй Федерацияһы территорияһында эшмәкәрлеге теләмәгән тип танылған сит ил һәм халыҡ-ара ойошмалар исемлеге РФ Юстиция министрлығының рәсми сайтында урынлаштырылған.

6 - Рәсәй Федерацияһы территорияһында тыйылған Һәм экстремистик ойошма тип танылған Meta компанияһына ҡарай.

18+

Автор:
Читайте нас