+24 °С
Ямғыр


Анна Асти исеменә хоҡуғы булған фирма йырсы Гөлназ Асаеваны уның татар телендәге "Барҙар буйлап" кавер-версияһы өсөн судҡа биргән. Улар йырсы авторлыҡ хоҡуғын боҙған тип бара.
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы йырҙы Стас Ярушиндың «МузLoft тур» музыкаль шоуында башҡарған була. Хәҙер Асти командаһы миллион һум талап итә. Гөлназ Асаева, дәғүә тураһында белгәс, шаҡ ҡатҡан.
Ваҡиға ни менән тамамланыр - билдәһеҙ.
Фото: https://vk.com/id36761679