Йәмғиәт
9 Сентябрь 2025, 09:00

"Дәүләт хеҙмәттәре Йорт": ҡушымтаның мөмкинлектәрен өйрәнәбеҙ

Ул уңайлы, тиҙ, аңлайышлы.

"Дәүләт хеҙмәттәре Йорт": ҡушымтаның мөмкинлектәрен өйрәнәбеҙ"Дәүләт хеҙмәттәре Йорт": ҡушымтаның мөмкинлектәрен өйрәнәбеҙ
"Дәүләт хеҙмәттәре Йорт": ҡушымтаның мөмкинлектәрен өйрәнәбеҙ

"Дәүләт хеҙмәттәре Йорт" – Дәүләт хеҙмәттәре ғаиләһенең мобиль ҡушымтаһы, ул торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың дәүләт мәғлүмәт системаһы (ГИС ЖКХ) базаһында булдырылған. Ҡушымтаның төп бурысы – фатирҙы һәм бөтә йортто тотоу мәсьәләләрен тиҙ һәм еңел хәл итеү өсөн берҙәм тәҙрә булыу. Бөгөн ҡушымтанан 12 миллиондан ашыу Рәсәй, шул иҫәптән Башҡортостандың 330 мең кешеһе файҙалана.

"Дәүләт хеҙмәттәре Йорт"тоң төп мөмкинлектәре ниндәй?
Бөгөнгә ҡушымтаның төп өҫтөнлөктәре араһында:

иҫәпләү приборҙарының күрһәтмәләрен тапшырыу мөмкинлеге,
торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн комиссияһыҙ (тиҙ түләүҙәр системаһы аша) түләү,
дөйөм йорт йыйылышында онлайн ҡатнашыу,
капиталь ремонт эштәре графигы һәм идара итеүсе ойошмаларҙың отчеты менән танышыу.

Кем ҡушымтанан файҙалана ала?
"Дәүләт хеҙмәттәре Йорт" ҡушымтаһы күп фатирлы йорттарҙағы фатир хужалары өсөн дә, шәхси торлаҡ йорттар хужалары өсөн дә, шул иҫәптән блоклы төҙөлөш йорттары өсөн дә асыҡ. Әгәр һеҙ милек хужаһы булмаһағыҙ, хужа һеҙгә "ҡунаҡ" булып (туғандарға йәки ҡуртымға алыусыларға) инеү мөмкинлеген бирә ала. "Ҡунаҡ" рәүешендә иҫәпләү приборҙары күрһәтмәләрен тапшырырға, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләргә, идара итеүсе ойошмаға мөрәжәғәттәр яҙырға мөмкин. Хужа теләһә ҡайһы ваҡытта был мөмкинлекте – кире ала, ә "ҡунаҡ" бирелгән функционалдан баш тарта ала. Ҡушымтаға инеү өсөн "ҡунаҡ"тың Дәүләт хеҙмәттәрендәге аккаунты менән уға бәйле телефоны, шулай уҡ хужаның һәм "ҡунаҡ"тың телефонында ҡуйылған ҡушымта талап ителә.

Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙә ниндәй комиссия буласаҡ?
Ҡушымтаның ҙур өҫтөнлөгө – клммуналь хеҙмәттәр өсөн СБП (тиҙ түләүҙәр системаһы) аша комиссияһыҙ түләү мөмкинлеге.

Ҡушымта аша идара итеүсе ойошмаға ғариза ебәрергә мөмкинме?
Эйе, мөмкин. 2025 йылда Башҡортостанда йорт менән идара итеүсе ойошмаға 80 меңдән ашыу ғариза бирелгән. Шул уҡ ваҡытта, мәсьәлә шәхси булмағанда, ә бөтә йорт халҡына ҡағылғанда, бина хужалары берләшеп, коллектив ғариза ебәрә ала. Мәсьәләне хәл итеүҙе күршеләр менән бергә пуш-хәбәрҙәр аша күҙәтергә мөмкин. Йыл башынан мобиль ҡушымтала ошондай биш меңдән ашыу ғариза бирелгән.

Авария-диспетчер хеҙмәте телефонын ҡушымтала нисек тиҙ табырға?
Күптән түгел "Дәүләт хеҙмәттәре Йорт" мобиль ҡушымтаһында күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр өсөн яңы мөмкинлек барлыҡҡа килде. Хәҙер авария осрағында улар авария-диспетчер хеҙмәтенә (АДС) үҙҙәренең идара итеүсе ойошмаһы торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың дәүләт мәғлүмәт системаһына (ГИС ЖКХ) индергән рәсми телефон аша шылтырата ала. Диспетчер бүлмәһенә шылтыратыу өсөн ҡушымтаның төп экранында «Авария» төймәһенә баҫырға кәрәк. Ҡушымта АДС менән ниндәй осраҡтарҙа бәйләнешкә инергә кәрәклеген әйтә: мәҫәлән, әгәр өйҙә торба өҙөлһә, электр уты юғалһа йәки газ еҫе һиҙелһә. Экранда ҡыңғырау төймәһе менән эшләүсе номер күрһәтелә. Әгәр был номер юҡ икән, ҡулланыусы идара итеүсе ойошмаға ғариза бирә ала. Ҡушымтала номерҙың булыуын алдан тикшереү мөһим.

Ҡушымта аша милекселәрҙең дөйөм йыйылышы һорауҙары буйынса тауыш бирергә мөмкинме?
Бөгөн торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың дәүләт мәғлүмәт системаһында идара итеүсе компания йәки физик шәхес-администратор йыл һайын электрон төрҙә йыйылыш ойоштора ала. Был осраҡта йортта йәшәүселәр "Дәүләт хеҙмәттәре Йорт"та тауыш бирә ала. Был тәүлектең ваҡытына йәки милекселәрҙең ҡайҙалығын иҫәпкә алмайынса, ҡарарҙар ҡабул итергә мөмкинлек бирә. Тауыш биреү башланғас, төп биттә баннер барлыҡҡа килә. Уның аша үтеп, ҡулланыусы йыйылыш тураһында мәғлүмәт менән таныша ала (кем инициатор һәм ниндәй ваҡытҡа тиклем тауыш бирергә мөмкин), тауыш биреүҙең көн тәртибен һәм ҡарар ҡабул итергә ярҙам иткән өҫтәмә материалдарҙы өйрәнә ала. Йыйылыш асыҡ булған саҡта, ҡулланыусы теләһә ҡайһы ваҡытта тауыш бирә ала.
Һәр һорау буйынса өс яуап варианты бар: "Эйе", "Юҡ" һәм "Тауыш бирмәй ҡалыу".

Ҡушымтаны нисек табырға һәм урынлаштырырға?
"Дәүләт хеҙмәттәре Йорт"то мобиль операцион системалар өсөн бөтә популяр ҡушымталар магазиндарынан йәки https://redirect.appmetrica.yandex.com/serve/315953704714916676 һылтанмаһы буйынса күсереп алырға мөмкин. Айырым теркәлеү талап ителмәй, ҡушымтала авторизация Дәүләт хеҙмәттәре порталында раҫланған иҫәп яҙмаһы аша башҡарыла. Күсемһеҙ милек, иҫәп-хисап приборҙары һәм иҫәп-хисап тураһында мәғлүмәттәр автоматик рәүештә йөкләнә.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас