Йәмғиәт
11 Сентябрь 2025, 08:40

Ҡыҙ мәктәпкә уҡырға сығып киткән дә юғалған

Ул элекке көн иртәнге сәғәт туғыҙынсыла өйөнән сыға. Әммә мәктәбенә барып етмәй...

Ҡыҙ мәктәпкә уҡырға сығып киткән дә юғалғанҠыҙ мәктәпкә уҡырға сығып киткән дә юғалған
Ҡыҙ мәктәпкә уҡырға сығып киткән дә юғалған

9 сентябрҙә иртәнге 08:40 сәғәт тирәһендә Камилла Рафиҡова Өфөләге Нижегородка биҫтәһенең Шепетковская урамындағы йортонан мәктәпкә уҡырға барырға сыға һәм юғала. Ике көн уны бөтәһе лә эҙләй. Әле ҡыҙҙы БПЛА ярҙамында эҙләй башлағандар.

Камилланың билдәләре: буйы 172 сантиметр, уртаса кәүҙәле. Өҫтөнә аҡ төҫтәге күлдәк, ҡара-зәңгәр төҫтәге мәктәп салбары, ҡара төҫтәге күкрәксен кейгән, ҡулында ҡара төҫтәге күн биштәре була.

Уҡыусы ҡыҙҙың ҡайҙалығын белгән кешеләрҙән 8(347)251-62-51 йәки 102 телефоны буйынса хәбәр итеүҙәрен һорайҙар.

Фото: БР буйынса Эске эштәр министрлығы. 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас