Йәмғиәт
12 Сентябрь 2025, 05:30

Өфөлә тағы бер ҡыҙ юғалған

13 йәшлек Әминә Ҡадированы эҙләйҙәр. Ә 14 йәшлек Карина табылған. 

Өфөлә тағы бер ҡыҙ юғалғанӨфөлә тағы бер ҡыҙ юғалған
Өфөлә тағы бер ҡыҙ юғалған

9 сентябрҙә Өфөлә 14 йәшлек ҡыҙҙың юғалыуы тураһында хәбәр таралды. Ҡыҙҙы эҙләүгә эҙәрмәндәр төркөмө йәлеп ителде, хоҡуҡ һаҡлау органдары кеше юғалыуға бәйле енәйәт эше асҡайны. Бәхеткә күрә, ҡыҙ табылған, ул үҙе өйөнәҡайтҡан. Уның ни өсөн өйөнән китеүененң сәбәптәре асыҡлана.

10 сентябрҙә Өфөлә икенсе ҡыҙҙың 13 йәшлек Әминә Ҡадированың юғалыуы тураһында хәбәр иттеләр. Ҡыҙҙы эҙләү тураһында мәғлүмәтте социаль селтәрҙә «Башрегионспас» отряды ирекмәндәре баҫтырып сығарҙы.

“Мәктәп уҡыусыһыһын буйы – 170 сантиметр, уртаса кәүҙәле, сәстәре һәм күҙҙәре ҡара. Ҡара төҫтәге кейемдә булған, аяғында ҡара-аҡ төҫтәге кроссовка. “Әминәне күреүселәр йәки уның ҡайҙалығын белеүселәр булһа, 8-937-3-102-112 йәки 112 номерҙары буйынса хәбәр итегеҙ”, - тип мөрәжәғәт итә ирекмәндәр һәм ҡыҙҙың туғандары.

Әминәнең имен-һау табылыуын теләйбеҙ. Әгәр ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә эйә булһағыҙ, зинһар үрҙә бирелгән телефондарға шылтыратып, хәбәр итегеҙ.

Фото: «Башрегионспас» отрядынан.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас