

11-12 сентябрҙә Өфө Рәсәйҙең алдынғы журналистарын ҡабул итте. Республикала Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең фәнни-популяр туризм маршруттары буйынса унынсы матбуғат туры уҙғарылды. Уны “Милли өҫтөнлөктәр” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы Рәсәй Президенты тарафынан иғлан ителгән Фән һәм технологиялар тиҫтә йыллығы нигеҙендә үткәрҙе. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән һәм уның ҡатнашлығында тормошҡа ашырылған матбуғат туры Өфөләге Вуз-ара студенттар кампусы майҙансығында башланды.
Журналистар өсөн ике көнлөк бай программа ҡаралғайны. Ҡунаҡтар төбәктәге төп фәнни инфраструктура объекттарына: Вуз-ара студенттар кампусы лабораторияларына, Өфө фән һәм технологиялар университетына, Башҡорт дәүләт медицина университетына һәм Өфө дәүләт нефть техник университетына барҙы. Сараның тәүге көнөндә унда ҡатнашыусылар шулай уҡ иҡтисадтың реаль секторына алдынғы технологияларҙы индереү менән танышты.
– Рәсәйҙәге төп киң мәғлүмәт сараларының фәнни сәйәхәте майҙансығы итеп тап Башҡортостандың һайланыуына шатбыҙ. Республикабыҙ фән һәм инновацияларҙы үҫтереү, һәләтле йәштәрҙе йәлеп итеү, федераль һәм халыҡ-ара күләмдәге ҙур проекттар үҙәгенә әүерелә. Башҡортостан бер нисә йыл дауамында Рәсәйҙәге фәнни-технологик үҫештең милли рейтингында алдынғы төбәктәр иҫәбенә инә. Былтыр беҙ шулай уҡ йәш тикшеренеүселәргә һәм улар тормошҡа ашырған проекттарҙы үҫтереүгә булышлыҡ итеү йәһәтенән дә иң әүҙем төбәк булараҡ беренсе урын яуланыҡ, – тине Башҡортостандың Фән һәм юғары белем буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина.
Матбуғат турында ҡатнашыусылар ЮНЕСКО геопаркы статусындағы “Торатау”ға сәйәхәт ҡылды.
– Башҡортостан Республикаһы Рәсәйҙең фәнни-популяр туризм картаһында былтыр барлыҡҡа килде һәм үҙен танытып та өлгөрҙө. Евразия ғилми-белем биреү үҙәге ғалимдары туғыҙ экскурсия төҙөнө. Улар төбәктең ғилми һәм туристик ҡеүәтен аса. Һәр маршрут гуманитар, техник, химия, биология-медицина, мәғлүмәт технологиялары, физика-математика кеүек йүнәлештәргә арнала. Турҙар республикалағы фән һәм тикшеренеүҙәр күҙлегенән популяр туристик майҙансыҡтарҙы – геопарктарҙы һәм курорттарҙы үҙ эсенә ала, – тине Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең Компаниялар идарасыһы директоры Наталия Латипова.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.