

Бөгөн Өфөләге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгендә “ТоНКО” беренсе төбәк-ара слеты уҙғарылды. Унда Башҡортостандан, Ырымбур һәм Свердловск өлкәләренән 300-гә яҡын кеше ҡатнашты. Программаға социаль проектлау, краудфандинг һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙы үҫтереү буйынса семинарҙар, оҫталыҡ дәрестәре, күргәҙмәләр һәм дискуссиялар инде.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды һәм Йәмәғәт проекттарының ресурстар үҙәге ярҙамында төбәк Башлығы грантына үткәрелгән сара фекер алышыу, тәжрибә һәм иң яҡшы практикалар менән уртаҡлашыу майҙансығына әүерелде. Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы Аппараты етәксеһе Элина Ғатауллина власть менән коммерцияға ҡамараған ойошмалар араһындағы бәйләнештәрҙе нығытыу, яңы башланғыстарға илһам биреү йәһәтенән слеттың ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне. Сараның ҡунағы, Граждандар йәмғиәтен тикшереү үҙәге директоры Ирина Мерсиянова федераль мониторинг мәғлүмәттәре менән таныштырҙы. Баҡтиһәң, рәсәйҙәрҙең 76 проценты берлектә эшләргә әҙер, 56 проценты коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ышана, 81 проценты ошондай ойошмаларҙың эше тураһында хәбәрҙар. Ул граждандар йәмғиәтен үҫтереүҙә Башҡортостандың алдынғы урындарҙы биләүен белдерҙе.
Программа пленар сессияларҙы һәм алты тематик майҙансыҡты үҙ эсенә алды.
Фото: "Башинформ" сайтынан.