Йәмғиәт
17 Сентябрь 2025, 09:00

Ире түбәтәй тегеп биреүен һорағас...

Айгөл башҡорт түбәтәйен тергеҙеп, уны популярлаштырыу буйынса ҙур эш башҡара. Башҡортта ул дүрт төрлө икән.

Ире түбәтәй тегеп биреүен һорағас...Ире түбәтәй тегеп биреүен һорағас...
Ире түбәтәй тегеп биреүен һорағас...

Һуңғы йылдарҙа милли кейемдәребеҙҙе тергеҙеп, йә уларҙы стилләштереп, яңы һулыш индереп, тормошобоҙға индереүселәрҙең күбәйгәндән-күбәйеүе ҡыуандырмаҫлыҡ түгел.

Шундай оҫталарҙың береһе – Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Айгөл Сәйфуллина. Айгөл Илдар ҡыҙы - түбәтәйҙәр тегеү оҫтаһы, уның уңған ҡулдары булдырған баш кейемдәрен республика халҡы ғына яратып кеймәй, ә Рәсәйҙең башҡа түбәктәренән дә заказға тектереп алалар.

Айгөл тыумышы менән Әбйәлил районынан. Ҡул эштәренә һөйөү бала сағынан уҡ килә. “Хәтеремдә, Өфө педагогия колледжында уҡығанда башлыҡтар бәйләргә өйрәнеп алдым да төркөмдәш ҡыҙҙарға заказға тегә башланым. Улар үҙҙәренә оҡшаған төҫтәге ептәр килтерһә, үҙем лекция тыңлайым, үҙем бәйләйем - бер пара эсендә башлыҡты бәйләп бөтөп, икенсе тәнәфескә өлгөртә торған инем”, - ти хәтерләй ул.

Бер мәлде Айгөлгә хәләл ефете Руслан түбәтәй тегеп биреүен һорай. Шулай итеп, үҙенсәлекле итеп тегелгән баш кейемен күреп, туғандары, дуҫтары һоҡлана һәм заказ бирә башлай. Бер аҙҙан Айгөлдә түбәтәйҙәрҙе боронғоса итеп, тарихи факттарға таянып тегеү теләге уяна, әммә аныҡ мәғлүмәттәр етмәүен аңлай. Шуға эҙләнә башлай, китаханаларға, музеҙарға йөрөй, интернет селтәрендә оҙаҡ гиҙә.

- Түбәтәйҙең эҫенән йә һыуыҡтан һаҡлау кеүек донъяуи бурысынан башҡа сакраль мәғәнәһе лә булған: баштың түбәһе Йыһан менән тоташа, түбәтәй иһә был урынды яуыз заттарҙан һаҡлай, һаулыҡ, бәрәкәт килтерә, тип һаналған. Ҡайһы урындарҙа уны таҡыя тип тә атайҙар. Башҡорттар ҡышын түбәтәй өҫтөнән бүрек, ҡолаҡсын йә башҡа баш кейеме кейгәндәр. Был баш кейемен ир-ат та, ҡатын-ҡыҙ ҙа йөрөтә. Гүзәл заттың түбәтәйе бигерәк тә нәзәкәтле семәрҙәре менән айырылып, мәрйен, уҡа һалып, төрлө төҫтәге ебәк, алтынланған, көмөшләнгән ептәр менән сигелгәндәре бар. Түбәтәйҙе төрлө туҡыманан теккәндәр, элек ебәк, сатин, бәрхәт, буҫтау ҡулланғандар, шулай уҡ йөндән баҫып та эшләгәндәр. Ғөмүмән, формаһы, биҙәлеше буйынса айырып ҡарағанда, башҡорттарҙа түбәтәйҙәр дүрт төрҙә бар, - тип йәнләнеп һөйләй Айгөл.

Был өлкәлә шаҡтай тәжрибә тулағас, онлайн дәрестәр ҙә бирә оҫта гүзәл зат. Белем багажы ҙурая һәм ул белгәндәре менән киң аудиторияға уртаҡлашырға теләй – был турала кита сығарырға хыяллана башлай. Бер көндө Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы доценты Айнур Үтәев уға РФ Президенты фонды гранттары конкурсында ҡатнашырға дәртләндерә. “Булат” коммерция нигеҙендә булмаған ойошма менән берлектә проект яҙалар һәм, бәхеткә, ул  хуплау таба һәм шулай итеп “Түбәтәй” – милләт хазинаһы” китабы донъя күрә. Был китапта башҡорт түбәтәйҙәр тарихы, уларҙың биҙәлеше  тураһында мәғлүмәт табырға мөмкин, шулай уҡ милли баш кейеменең төрлө төрҙәренең һыҙмалары, оҫталыҡ дәрестәре ентекле итеп тәҡдим ителгән.

Баҫманы был тема менән ҡыҙыҡһыныусылар шатланып ҡабул итә, тиҙ арала һатылып бөтә һәм һораусылар күп булғас, Айгөл үҙ аҡсаһында икенсе тапҡыр баҫтырып ала.  Халыҡтың был темаға ҡыҙыҡһыныуы ҙур булыуына һөйөнә оҫта һәм тағы ла дәртләнеберәк эшләй башлай.

Ҡулдарынан нур тамған Айгөл түбәтәй тегеүҙән тыш, боронғо башҡорт кейемдәрен реконструкциялау менән шөғөлләнә, биҙәүестәр эшләй, милли кейем тегеү буйынса онлайн уҡытыуҙар ойоштора. Әле Стәрлетамаҡта “Түбәтәйҙәр йорто” булдырыу теләге менән янып йөрөй. Бында донъя халыҡтары түбәтәйҙәре урын аласаҡ икән. "Түбәтәй йорто" ҡала халҡы һәм туристар өсөн тағы ла бер йәлеп итеү нөктәһе була ала,” – ти ул. Уңған ҡатын төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға ла ваҡыт таба. “Тамға” башҡорт милли кейем оҫталары халыҡ-ара конкурсында “Аксессуарҙар” категорияһында 3-сө урын алһа, “Таҡыя” бәйгеһендә 2-се урын яулай.

Киләсәккә пландары күп әле уңған гүзәл заттың. “Ғаиләм – минең ҙур терәгем. Уларҙың рухи ярҙамын тоймаһам, тормош иптәшем, улдарым теккән түбәтәйҙәремде ҙур ғорурлыҡ менән кейеп йөрөмәһә, эшләргә, ижад итергә көс-дәртем булмаҫ ине, моғайын. Яратҡан шөғөлөм булыуым менән сикһеҙ бәхетлемен”, - ти Айгөл Илдар ҡыҙы.

Көс-дәртең артабан да ташып торһон, Айгөл – ижадың менән артабан да халҡыңа, милләткә хеҙмәт итергә яҙһын!

Автор:Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас