Йәмғиәт
25 Сентябрь 2025, 14:45

Андрей Назаровтың Росавиация етәксеһе Дмитрий Ядров менән эшлекле осрашыуы

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Һауа транспорты федераль агентлығы етәксеһе Дмитрий Ядров менән эш осрашыуы үткәрҙе. Ведомство башлығы Башҡортостандың баш ҡалаһына килде һәм Мостай Кәрим исемендәге халыҡ-ара аэропортының төп майҙансыҡтарын ҡараны.

Андрей Назаровтың Росавиация етәксеһе Дмитрий Ядров менән эшлекле осрашыуыАндрей Назаровтың Росавиация етәксеһе Дмитрий Ядров менән эшлекле осрашыуы
Андрей Назаровтың Росавиация етәксеһе Дмитрий Ядров менән эшлекле осрашыуы

- Өфө аэропорты - Волга буйы федераль округының төп һауа ҡапҡаларының береһе. Ул Башҡортостан менән федераль үҙәк, шулай уҡ федераль округтар үҙәктәре араһында бәйләүсе звено булып тора. 2024 йылда беҙҙең аэропорт төрлө класлы 19 меңдән ашыу самолетты ҡабул итте, ә пассажирҙар ағымы 4,8 миллиондан ашты, – тине Андрей Назаров.

Бөгөн Өфөнөң Мостай Кәрим исемендәге халыҡ-ара аэропортынан эске авиалинияларҙа 43 даими йүнәлеш һәм халыҡ-ара авиалинияларҙа 22 йүнәлеш буйынса рейстар башҡарыла. 2024 йылда эске һауа линияларында Кемерово, Һарытау, Тобольск, Калининград йүнәлешендә, шулай уҡ Грузияға (Батуми һәм Тбилиси), Таиландҡа (Утопао), ә  2025 йылда Таулы Алтай һәм Ҡытайға яңы рейстар асыла. 2025 йылдың йәйендә аэропортҡа терәлеп торған биләмәлә яңы «Небоарт» ҡунаҡханаһы ишеген асасаҡ. Номерҙар фонды стандарттан алып люксҡа тиклем төрлө категориялы 150 стиль номерын тәшкил итә. Ҡунаҡхана территорияһында ресторан һәм лобби-бар, конференц-зал, VIP-зал, фитнес-зал, фин саунаһы урынлашҡан.

- Өфө аэропортын үҫтереү өсөн ҙур потенциал күрәбеҙ. 2030 йылға уның пассажирҙар ағымы 7,2 миллион кешегә етеүе планлаштырыла. Уҙған йыл менән сағыштырғанда, бөгөнгө көнгә был күрһәткестең үҫеше 4 процент тәшкил итә – тотош ил буйынса лайыҡлы һөҙөмтә. Өфөнөң Мостай Кәрим исемендәге халыҡ-ара аэропорты «Аэродромдарҙың терәк селтәрен үҫтереү» федераль проекты составына индерелде. Уның маҡсаты — авиаэлемтә хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм аэропорттарҙа сервис кимәлен күтәреү. Проект сиктәрендә концессия шарттарында Башҡортостандың баш ҡалаһының һауа гаванен реконструкциялау планлаштырыла. Эштәрҙең 2027 йылда башланыуы көтөлә. Проект барышында Рәсәй төбәктәрендә йәмғеһе 75 объектты реконструкциялау планлаштырыла.

 

 

 

Андрей Назаровтың Росавиация етәксеһе Дмитрий Ядров менән эшлекле осрашыуы
Андрей Назаровтың Росавиация етәксеһе Дмитрий Ядров менән эшлекле осрашыуы
Андрей Назаровтың Росавиация етәксеһе Дмитрий Ядров менән эшлекле осрашыуы
Андрей Назаровтың Росавиация етәксеһе Дмитрий Ядров менән эшлекле осрашыуы
Андрей Назаровтың Росавиация етәксеһе Дмитрий Ядров менән эшлекле осрашыуы
Андрей Назаровтың Росавиация етәксеһе Дмитрий Ядров менән эшлекле осрашыуы
Андрей Назаровтың Росавиация етәксеһе Дмитрий Ядров менән эшлекле осрашыуы
Андрей Назаровтың Росавиация етәксеһе Дмитрий Ядров менән эшлекле осрашыуы
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас