

Билдәләп үтергә кәрәк, Өфөнән эске авиалинияларҙа – 29, халыҡ-ара авиалинияларҙа 18 даими йүнәлеш буйынса осоштар ойошторолған. 2025 йылда республика ете маршрут буйынса Әстрханға, Калининградҡа, Красноярскиға, Түбәнге Новгородҡа, Омскиға, Тобольскиға һәм Таулы Алтайға рейстарҙы субсидиялай.
- Беҙҙә ысынлап та яҡшы аэропорт бар. 2024 йыл йомғаҡтары буйынса Мостай Кәрим исемендәге «Өфө» халыҡ-ара аэропорты 2 миллиондан 6 миллионға тиклем пассажир ағымы булған иң яҡшы авиагавань булараҡ «Рәсәйҙең һауа ҡапҡалары» престижлы премияһына лайыҡ булды. Йыл һайын ул 4 миллиондан ашыу пассажирҙы хеҙмәтләндерә. Һуңғы бер нисә йылда беҙ ҙур яңыртыу үткәрҙек. «Һөҙөмтәле транспорт системаһы» милли проектының «Аэродромдарҙың терәк селтәрен үҫтереү» федераль проектына аэродром инфраструктураһын реконструкциялауҙы индергәне өсөн рәхмәт белдерәм, – тине Башҡортостан Башлығы.
Дмитрий Ядров авиация өлкәһен үҫтереү йәһәтенән республика идара итеү командаһының эшен билдәләне.
– Төбәктә авиация сәнәғәтенә, пилотһыҙ авиация булдырыуға ҙур иғтибар бүленә, ә һеҙҙең аэропорт тотороҡло рәүештә юғары пассажирҙар ағымын тәьмин итә, күрһәткестәрҙә динамика күрһәтә, - тине Росавиация етәксеһе. - Аэродром инфраструктураһын яңыртыу 2030 йылға тиклем тамамланырға тейеш. Был аэропортҡа пассажирҙар ағымын 7,2 миллион кешегә тиклем арттырырға мөмкинлек бирәсәк.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар шулай уҡ төбәктә бәләкәй авиацияны үҫтереү, атап әйткәндә, Рәсәйҙең дөйөм тәғәйенләнешле авиация федерацияһы майҙансығы һәм штаб-фатиры булған «Первушино» аэродромы мөмкинлектәрен тикшерҙе. Бында 36 үтә еңел һәм еңел һауа судноһы урынлашҡан, парашют үҙәге уңышлы эшләй, пилотаж төркөмө эшләй. Аэродром базаһында бөтә Рәсәй слеттары һәм чемпионаттары үтә. 14 йыллыҡ тарихында «Первушино» 300-ҙән ашыу пилот әҙерләгән.