

Илшат (исеме үҙгәртелде – авт.) менән билбау көрәше буйынса үткән ярыштарҙың береһендә таныштыҡ. Унда егет призлы урын яуланы. Фотоға төшөрҙөм, әммә оҙаҡ итеп һөйләшеп торорға уның ваҡыты юҡ ине. Шуға күрә уны социаль селтәрҙәрҙә таптып да аралашыуҙы шунда дауам иттек, спорт тураһында фекер алышҡандан һуң, егет асылып китте. Баҡтиһәң, спортҡа ул ҙур хаталар, яңылышлыҡтар аша килгән икән. Уның кисерештәрен һеҙҙең менән дә уртаҡлашырға булдым.
- Бөгөн тормошомда спорт булыуы менән бик бәхетлемен. Ә бит ҡасандыр яҙмышым ҡурҡыныс боролош ала яҙҙы. Үҫмер сағымда әшәкеләрҙән-әшәке нимә – спайсты ҡулланып ҡарауым – тормошомдағы иң ҙур хаталарҙың береһе булды. Их, ваҡытты кире ҡайтарып булһа, ул нимәгә яҡын да килмәҫ инем... Юҡ шул, һуң. Тәүге тапҡыр уның менән таныштарым һыйланы. Мин ҡыҙыҡһыныуымды еңә алманым, ауыҙ итеүҙән баш тартырға көс тапманым үҙемдә. Йәнәһе, бер тапҡыр тартып ҡарағандан әллә ни зыяны тейеп өлгөрмәҫ әле, тип быға әллә ни мәғәнә бирмәнем, бары тик үҙемде “текә” үҫмер итеп тойғом килде, башҡаларҙан ҡалышырға теләмәнем. Элек, наркотикты бер ҡулланғандан һуң ғына уға өйрәнеү барлыҡҡа килмәй, тигән фекер ишеткәнем бар ине. Тик был һүҙҙәр һис дөрөҫлөккә тап килмәй икән. Беренсе тапҡыр ҡулланғас, ҡоҫтом, баш әйләнә башланы, ҡул-аяҡ ҡалтыранды, һыуыҡ тир бәреп сыҡты, һуңынан тәнде һыҙланыуҙар ялмап алды. Организм теге ағыуға нисек кенә ҡаршы булмаһын, бер-ике аҙнанан ҡабат теге әшәкегә тартты, был юлы инде уны үҙем һатып алдым. Тәүҙә айына бер-ике тапҡыр ҡулланһаҡ, һуңынан аҙна һайын тарта башланыҡ. Йәмғеһе 5-6 тапҡыр тарҡанмындыр. Тик бер аҙҙан ҡыҙыҡ нимә ҡыҙғанысҡа әйләнә башланы. Һаулығым ныҡ ҡаҡшаны: аяҡ-ҡулдар шешенә, тиҙ тирләп барам, кәүҙәм ойой, телем көрмәлә, ныҡ ябыҡтым, йүтәл борсой башланы, аппетит юғалды, депрессияға бирелдем. Спайстан башҡа бер нимә лә ҡыуаныс хисен уятманы. Йоҡом ҡасты, тирә-йүнгә, ғөмүмән, кешеләргә ҡарата ҡыҙыҡһыныуым кәмене, донъяны күрә алмаҫлыҡ хәлгә еттем. Бер ваҡыт мейемде, үҙемде-үҙем ҡәбергә тығам бит, тигән уй ярып үтте. Барлыҡ батырлығымды йыйып, ҡурҡыныс хәлгә тарыуым тураһында бер туған апайыма һөйләп бирҙем, ярҙам итеүен үтендем. Шунда уҡ яҡындарым мине был упҡындан һаҡлап ҡалыу өсөн саралар күрә башланы, табиптарға алып барҙылар. Үҙемдән башҡа бер кемдең дә ярҙамы теймәйәсәген аңланым, рухи көсөмдө “эшкә ектем”. Тырышлыҡ бушҡа китмәне, бөгөн инде мин үҙемде шул тиклем азат һәм бәхетле итеп тоям. Бер ниндәй спайс һәм никотинһыҙ ҙа тормоштан ҡәнәғәтлек алып, ҡыуанып йәшәргә була икәнен аңланым. Был осраҡ шул тиклем һабаҡ булды, Алла бирһә, башҡа ауыҙыма тәмәке лә, спиртлы эсемлек тә алмаясаҡмын. Дуҫтарымды ла айыҡ тормош рәүшенә өндәйем. Шул ауыр осорҙа тренерым Венер ағай (исеме үҙгәртелде - авт) менән танышыуыма ла яҙмышыма бик рәхмәтлемен. Ул мине спорт донъяһына алып инде, тренер ҙа, дуҫ та, остаз да булды, - тип һөйләне Илшт.
Беҙ инде торошо саҡ башланып торған егеткә башҡа улай хаталанмауын теләйек. Үҙ яҙмышыбыҙҙы үҙебеҙ төҙөйбөҙ. Шуға ошондай заман афәттәре беҙҙе аяҡтан йыҡмаһын һәм улар алдында бирешмәһәк ине.