

9 һәм 10 октябрҙә, Республика көнө алдынан, төбәктәге һалым органдары күп йүнәлешле үҙәктәр менән берлектә “Һалымдарым – Республикама” акцияһын уҙғара.
Сара барышында һалым түләүселәр мөлкәт һалымын һәм физик берәмектәрҙең килеменә һалымды түләүгә белдереү ҡағыҙын, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алыу һәм һалым түләүсенең шәхси сәхифәһенә инеү мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Үҙәк офистарында һалым органдары хеҙмәткәрҙәре һаым түләү алымдары тураһында һөйләйәсәк. Һалым түләүселәр иртәнге сәғәт 10-дан киске 7-гә тиклем ҡабул ителә. Үҙегеҙ менән шәхесте раҫлаған документ алыуығыҙ һорала.
Мәғлүм булыуынса, акция бөтә республика буйынса ойошторола. Сара тураһында ентеклерәк белгегеҙ килһә, Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығындағы ҡыҙыу элемтә телефонына шылтырата алаһығыҙ: +7 (347) 215-10-70 (өҫтәмә номер 55-55).
Күсмә һалым офистары эшләгән күп йүнәлешле үҙәктәр:
Өфө ҡалаһында:
Яңы күпер урамы, 8;
Октябрь проспекты, 4/1, “Мир” сауҙа үҙәге;
Менделеев урамы, 137, 4-се корпус, “Ирәмәл” сауҙа-күңел асыу комплексы;
Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин урамы, 6, “Аркада” сауҙа үҙәге;
М. Рыльский урамы, 2/1;
Баязит Бикбай урамы, 44;
Әхмәтов урамы, 355;
Интернациональ урам, 113;
Мушников урамы, 17;
Дағстан урамы, 2;
Гвардия урамы, 55а;
Ағиҙел ҡалаһында – Тәүге Төҙөүселәр урамы, 7а;
Бәләбәй ҡалаһында – Революционерҙар урамы, 3;
Белорет ҡалаһында – 5 июль урамы, 3;
Бөрө ҡалаһында – Корочкин урамы, 4;
Дүртөйлө ҡалаһында – Рәзил Мусин урамы, 15;
Ишембай ҡалаһында – Гагарин урамы, 1;
Күмертау ҡалаһында – Ғафури урамы, 35;
Мәсәғүт ауылында – И. Усов урамы, 3;
Нефтекама ҡалаһында – Төҙөүселәр урамы, 59;
Октябрьский ҡалаһында – Горький урамы, 40;
Сибай ҡалаһында – Горький урамы, 74;
Стәрлетамаҡ ҡалаһында – Октябрь проспекты, 71; Хоҙайбирҙин урамы, 83;
Туймазы ҡалаһында – С. Юлаев урамы, 69а;
Шишмә ҡала тибындағы ҡасабаһында – Төҙөлөш урамы, 5.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.