Йәмғиәт
8 Октябрь 2025, 12:15

Радий Хәбиров - Тажикстандың иң ҙур мәсетендә

Бина проектын Тажикстан һәм Катар архитекторҙары әҙерләгән.

Радий Хәбиров - Тажикстандың иң ҙур мәсетендәРадий Хәбиров - Тажикстандың иң ҙур мәсетендә
Радий Хәбиров - Тажикстандың иң ҙур мәсетендә

Бөгөн Дүшәмбе ҡалаһына сәфәр барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Тажикстандағы һәм Үҙәк Азиялағы иң ҙур йәмиғ мәсеттәренең береһендә булды.

Дүшәмбеләге Әбүхәниф имам Аъзам исемендәге үҙәк мәсет 2023 йылдың июнендә асылған. Бина проектын Тажикстан һәм Катар архитекторҙары әҙерләгән. Төҙөлөш 2011 йылдың октябрендә башлана.

Мәсет бер үк ваҡытта 133 меңгә тиклем кешене һыйҙыра, шуларҙың 43 меңе бина эсендә доға ҡыла ала. Комплекс биләмәһендә шулай уҡ ултырыштар һәм ҡунаҡтарҙы ҡабул итеү залдары, китапханалар, музей, конференциялар залы, ҡунаҡхана һәм административ биналар урынлашҡан.

Төп залдың көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә Мәккәгә йүнәлеште күрһәткән михраб бар. Мәсеттә йәнә белем биреү һәм мәҙәни эшмәкәрлек бүлмәләре лә бар.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.

Радий Хәбиров - Тажикстандың иң ҙур мәсетендә
Радий Хәбиров - Тажикстандың иң ҙур мәсетендә
Радий Хәбиров - Тажикстандың иң ҙур мәсетендә
Радий Хәбиров - Тажикстандың иң ҙур мәсетендә
Автор:Гөлсәсәк Хәйруллина
Читайте нас