Йәмғиәт
8 Октябрь 2025, 11:30

“Республикала уның хаҡында онотмайбыҙ”

Фажиғә ул уҡыу йортоноң беренсе курсында уҡып йөрөгәндә була.

“Республикала уның хаҡында онотмайбыҙ”“Республикала уның хаҡында онотмайбыҙ”
“Республикала уның хаҡында онотмайбыҙ”

Бөгөн Дүшәмбе ҡалаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2020 йылда Өфөлә һыуға батып барған балаларҙы ҡотҡарып һәләк булған Хажиморат Каландаровтың туғандары һәм яҡындары менән осрашты.

Хажиморат Каландаров Рәсәйгә Тажикстандан килеп, Башҡортостан дәүләт аграр университетына уҡырға инә. Фажиғә ул уҡыу йортоноң беренсе курсында уҡып йөрөгәндә була.

2020 йылдың йәйендә егет дуҫтары менән Ағиҙел ярына ял итергә килә. Улар батып барған ике баланы күреп, ярҙамға ашыға. Малайҙарҙы ҡотҡаралар, тик Хажиморат үҙе ярға сыға алмай, һәләк була. Ул үлгәндән һуң “Ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнә.

Дүшәмбелә Радий Хәбиров Хажиморат уҡыған мәктәптә уҡытыусылар һәм уҡыусылар менән аралашты. Башҡортостан Башлығы егеттең әсәһе һәм атаһы – Парвина һәм Сәйетәкбәр Каландаровтарға рәхмәт әйтеп, уларҙы Башҡортостанға саҡырҙы.

– Бик яҡшы ул тәрбиәләгәнһегеҙ. Республикала уның тураһында онотмайбыҙ. Йәштәр унан өлгө алыр, – тине Радий Хәбиров. – Ошондай шәхестәр, уларҙың батырлығы һәм лайыҡлы ғәмәлдәре халыҡтарҙы берләштерә, тип инанам.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.

“Республикала уның хаҡында онотмайбыҙ”
“Республикала уның хаҡында онотмайбыҙ”
“Республикала уның хаҡында онотмайбыҙ”
“Республикала уның хаҡында онотмайбыҙ”
“Республикала уның хаҡында онотмайбыҙ”
“Республикала уның хаҡында онотмайбыҙ”
“Республикала уның хаҡында онотмайбыҙ”
“Республикала уның хаҡында онотмайбыҙ”
“Республикала уның хаҡында онотмайбыҙ”
“Республикала уның хаҡында онотмайбыҙ”
“Республикала уның хаҡында онотмайбыҙ”
Автор:Гөлсәсәк Хәйруллина
Читайте нас