Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзының ХХIV съезын үткәреү датаһы раҫланды.
2025 йылдың 8 октябрендә Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы идараһы һәм Советының киңәйтелгән ултырышы үтте. БР Журналистар союзы Уставына ярашлы, ултырышта Башҡортостан журналистарының сираттағы, 24-се съезын 2025 йылдың 9 декабрендә үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Съезд Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың ултырыштар залында (Зәки Вәлиди урамы, 40) үтәсәк. 11.00 сәғәттә башлана.
БР Журналистар союзы ағзаларынан 300 делегаттың ҡатнашыуы күҙаллана.
Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы идараһы һәм Советы.