

Йәйәүлеләр юлынан урам аша сығырға йыйынғанда әсә менән ҡыҙҙы юғары тиҙлектә килгән машина бәрҙергәнен, бисараларҙың әллә ҡайҙа осоп киткәнен видеояҙманан ҡарап, йөрәк ауыртты... Икәү генә йәшәгәндәр, атаһы бер нисә йыл элек үлгән, хәҙер София үкһеҙ етем ҡалған.
Дауаханала табиптар ҡыҙҙың ғүмерен һаҡлап ҡалырға, һаулығын нығытырға бөтә көсөн һалды. Ошо аҙнала уны өйөнә ҡайтарырға йыйыналар ине. Әммә уға һаман әсәһенең һәләк булғанын әйтмәгәндәр. Әлбиттә, ике туғандары бар - ҡыҙсыҡ яңғыҙ ҡалмаҫ.
Үкһеҙ етем ҡыҙға ярҙамға тип, миһырбанлы кешеләр аҡса ла йыя башлағайны. Миллион һумдан артыҡ сумма йыйылған булған. Софияға йорт һатып алып бирергә лә уйлағандар. Әммә уның туғандары был эште туҡтатты, сөнки ҡыҙҙың аҡса йыйған бабайына насар кешеләр шылтыратып янап та бөткән... Ни сәбәптәндер - хәбәр итмәйҙәр. Күрәһең, бәғзе берәүҙәргә кемгәлер изгелек ҡылған да оҡшамай. Оло йәштәге кешенең ҡыҙы кешеләрҙе аҡылына килергә саҡырған.
Булған сумма ҡыҙҙың банктағы шәхси иҫәбенә һалынасаҡ тип вәғәҙәләй туғандары. Рүлдәге Данил Т. ла судта ҡыҙға ярҙам итергә вәғәҙә иткән, әммә әле үҙенә ярҙам кәрәк - уға иректән мәхрүм ителеү янай.
Ҡыҙҙы тиҙҙән опекаға аласаҡтар. Киләсәктә уға бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын.
Фото: социаль селтәрҙән.