Йәмғиәт
22 Октябрь 2025, 08:45

Яҙыусыбыҙ лотереяла миллион һум отҡан

Ырыҫлы яҡташыбыҙ 13 билет һатып ала...

Яҙыусыбыҙ лотереяла миллион һум отҡанЯҙыусыбыҙ лотереяла миллион һум отҡан
Яҙыусыбыҙ лотереяла миллион һум отҡан

Яҙыусы, журналист һәм филолог Фирҙәүсә Хәжипова бер көндө төрлө урындан 13 билет һатып ала, уларҙың берәүһе ырыҫлы булып сыға.

- Билеттарҙы һул ҡулым менән һайланым һәм мөғжизә булырына ихлас ышандым, - тип уртаҡлаша ул "Башинформ" агентлығына.

Приз аҡсаларын яҡташыбыҙ Башҡортостан буйлап сәйәхәт итеүгә тотона. Яҙыусы республиканың билдәле урындарында була, яҡшы ҡунаҡханаларҙа һәм кемпингтарҙа туҡтала. Бынан тыш, аҡсаның бер өлөшө китап сығарыуға тотонола.

Фото: "Башинформ".

Автор:Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас