Йәмғиәт
22 Октябрь 2025, 12:25

Рәсәй төркиҙәре Ватанды һаҡлай

Форумда тарихи хәтер, милли сәйәсәт һәм хәҙерге Рәсәй йәмғиәтендә төрки халыҡтарҙың роленә ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде.

Рәсәй төркиҙәре Ватанды һаҡлайРәсәй төркиҙәре Ватанды һаҡлай
Рәсәй төркиҙәре Ватанды һаҡлай

21-22 октябрҙә Өфөлә “Рәсәй төркиҙәре: Ватан һағында” тип аталған бөтә Рәсәй ғилми форумы үтте. Уны Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты һәм Фәндәр Академияһы ойоштора. Сара бер нисә йыл рәттән үткәрелә, быйылғы форумдың үҙенсәлеге шунда: ул Ватанды һаҡлаусы йылына бағышланды. Рәсәйҙең 15 төбәгенән 44 эксперт – йәмғеһе 150-нән ашыу ҡатнашыусы килгән. Маҡсат – алдынғы ғалимдарҙың фекерҙәре менән алмашыу, йәмғиәтте берләштереү һәм халыҡтарыбыҙҙың берҙәмлеген нығытыу өсөн идеялар эшләү.

Форумда тарихи хәтер, милли сәйәсәт һәм хәҙерге Рәсәй йәмғиәтендә төрки халыҡтарҙың роленә ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде. Тәүге көндә “Тарихи хәтер һәм милли сәйәсәт: хәүефтәр һәм перспективалар” семинары үтте, ә бөгөн пленар ултырыш ойошторолдо. Унда власть органдары вәкилдәре, ғалимдар, йәмәғәтселәр, МХО ветерандары сығыш яһаны. Төп фекер – илдең милләт-ара һәм конфессия-ара берҙәмлеге иң мөһиме.

Пленар ултырышта ҡатнашыусыларға видеобәйләнеш аша Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова мөрәжәғәт итте.

– Махсус хәрби операция фронтта ғына түгел, мәғлүмәт өлкәһендә лә бара: бөгөн милли һәм конфессия-ара темала уйнарға теләүселәр бик күп. Һәм бында фәнни берләшмә эксперттарының етди һүҙе әйтелергә тейеш. Форум – мәғлүмәт хәүефенә нисек ҡаршы торорға тигән ҡарарҙар әҙерләү өсөн мөһим майҙансыҡ, – тине ул.

Форумда фән вәкилдәре генә түгел, махсус хәрби операция ветерандары ла йыйылды. “Замандың мәғлүмәт һуғыштарында ватанды һаҡлау” темаһына түңәрәк өҫтәл барышында Рәсәйҙә патриотизм, милләт-ара теләктәшлек һәм балалар өсөн төрки телле контент мәсьәләләре тикшерелде.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас