

Башҡортостандың Юғары суды үҙенең әхирәтен һәм улын үлтергән 58 йәшлек ҡатынға хөкөм ҡарары сығарҙы. Уны 14 йылға дөйөм режимлы колонияға ебәрҙеләр. Ҡатын-ҡыҙ инде өсөнсөгә кеше үлтерә - элегерәк ул иренең ғүмерен ҡыйған өсөн төрмәлә ултырып сыҡҡан инде.
1995 йылда Благовещен районынан булған ҡатынды үҙ ирен үлтергән өсөн хөкөм итәләр. Ул саҡта енәйәтсе ирен балта менән үлемесле яралай һәм кәүҙәһен яндырырға маташа. Был енәйәт өсөн ул өс йылға иркенән мәхрүм ителә.
2005 йылдың июлендә иһә Тәнәй ауылында табын ваҡытында был ҡатын көнсөллөк арҡаһында әхирәте менән талаша һәм уға кәмендә биш тапҡыр балта менән һуға. Шунан һуң ул кәүҙәне юрған менән ябып яндыра һәм ҡаса. Күршеләре төтөндө күреп ҡала һәм утты һүндерә.
Һуңғы енәйәт 2024 йылдың ноябрендә Сиҙәш ауылында була. Бәхәс ваҡытында ҡатын улының башына тупаҡ предмет менән кәмендә өс тапҡыр һуға. Эҙҙе йәшереү өсөн, уның кәүҙәһенә бензин һибә һәм яндыра.
Тәүбә...
Фото: Рәсәй Тәфтиш комитетының БР буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәте.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!