

Сара өсөнсө хеҙмәт семестрының һөҙөмтәләрен барлауға арналған ине. Әйткәндәй, быйылғы йәйге хеҙмәт семестрында барлығы 5114 студент һәм үҫмерҙәрҙең хеҙмәт отрядтары составында 5412 уҡыусы эшкә урынлаштырылһа, шуларҙың 4270-е – республикабыҙҙа, 804-е республиканан ситтәге объекттарҙа эшләгән. Был осорҙа 52 проект ғәмәлгә ашырылған. Студенттар отрядының матбуғат хеҙмәткәре Влада Сәйфуллина әйтеүенсә, йәштәр төрлө йүнәлештә, шул иҫәптән ауыл хужалығында, төҙөлөтә, медицина өлкәһендә һәм башҡа тармаҡтарҙа, эшләй.
- Студент отрядтары йәштәрҙең социаль әүҙемлеген арттырыуҙа мөһим роль уйнай. Был аҡса эшләү мөмкинлеге генә түгел, ә үҙеңде күрһәтеү, һәләттәреңде асыу һәм фекерҙәштәр табыу майҙансығы ла. Беҙ йәштәрҙең тағы ла әүҙемерәк һәм яуаплыраҡ булыуын күрәбеҙ, был иһә уларҙың гражданлыҡ позицияһы артыуына йоғонто яһамай ҡалмай, - тип билдәләне ул.
Йыл дауамында егеттәр-ҡыҙҙар республикала ғына түгел, ә Краснодар крайында, Алтай, Татарстан республикаларында, Камчаткала һәм Ҡырымда эшләгән. Мөһим йүнәлештәрҙең береһе - студенттарҙы эшсе һөнәрҙәргә уҡытыу эшен алып барыу. Был маҡсатта 56,4 миллион һумлыҡ федераль субсидия йәлеп ителгән, һөҙөмтәлә дүрт меңдән ашыу студент өҫтәмә һөнәрҙәр алған.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йәштәрҙең студенттар отрядтары хәрәкәтендә ҡатнашыуының мөһимлеген һәм төбәк иҡтисады өсөн ыңғай һөҙөмтәне билдәләне.
- Студенттарҙың төҙөлөш отрядтары хәрәкәтен үҫтереү менән етди шөғөлләнеү тураһында ҡарар ҡабул иттек. Мин үҙем совет осорондағы төҙөлөш отрядтарының береһендә элекке командир булараҡ бындай эштең мөһимлеген яҡшы аңлайым, - тине төбәк Башлығы. - Системалы ҡараш быйыл проектҡа 10 мең самаһы студентты һәм уҡыусыны йәлеп итергә мөмкинлек бирҙе. Был эшмәкәрлекте артабан да киңәйтәсәкбеҙ. Студенттар практика эшендә яҡшы күнекмәләр ала. Уларға уҡытыуҙы ойоштороу йәһәтенән ярҙам итергә тырышабыҙ, был маҡсатҡа федераль средстволар йәлеп итәбеҙ. Бындай хеҙмәт күп предприятиелар, тотош республикабыҙ һәм илебеҙ өсөн бик мөһим. Бынан тыш, студент отрядтарында ҡатнашыу ярайһы уҡ аҡса эшләргә мөмкинлек бирә. Һәм был, әлбиттә, коммуникацияларҙы үҫтереү өсөн бик яҡшы инструмент.
Сарала йәштәр лидерлыҡ сифатарын һәм һөнәри оҫталыҡты үҫтереүгә йүнәлтелгән тренингтарҙа һәм оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты. Шулай уҡ түңәрәк өҫтәлдәр ҙә бик мауыҡтырғыс үтте – бында йәштәрҙең эш биреүселәр һәм власть органдары менән хеҙмәттәшлек мәсьәләләренә ҡағылышлы һорауҙар буйынса фекер алышыу бик ҡыҙыу барҙы. Студент хәрәкәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индереүсе йәштәрҙе бүләкләү сараның мөһим өлөштәренең береһе булды.
Слетта ҡатнашыусылар үҙҙәренең уңыш сере менән уртаҡлашты, студент отряды уларға аҡса эшләргә генә түгел, ә үҙ көстәренә ышанырға ярҙам итеүе тураһында ла һөйләне.
Сараның төп маҡсаттарының береһе йәштәрҙе эш биреүселәр һәм власть органдары менән яҡынайтыу ине. Слет сиктәрендә ойошторолған вакансиялар йәрминкәһендә төрлө компания вәкилдәре студенттар араһынан үҙҙәренә потенциаль кандидаттар менән таныша алды. Был йәштәргә эш урынын табыу һәм хеҙмәт баҙары менән яҡынданыраҡ танышыу мөмкинлеген бирҙе.
Шулай итеп, Башҡортостандың студент отрядтары слет төбәктең йәштәр сәйәсәте өсөн әһәмиәтле ваҡиғаларҙың береһе булды. Бында һөҙөмтәләр генә барланып ҡалманы, ә артабанғы үҫешкә яңы офоҡтар билдәләнде. Ҡатнашыусылар яңы тәьҫоратта, илһам, дәрт алып, яңы пландар ҡуйып таралышты.
Фото: "Молодежная газета".
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!