Йәмғиәт
1 Ноябрь 2025, 12:30

Аязды ете йылға төрмәгә ултырталар

Ул тағы биш миллион һум күләмендә штраф түләргә тейеш. Нимә эшләгән һуң?

Блогер һәм эшҡыуар Аяз Шәбетдинов Пермь өлкәһенең Көйәҙе ҡасабаһынан. 14 йәшенән йүнселлек менән шөғөлләнә. Алып барыусы, кисәләр ойоштороусы була. Проекттар уйлап таба. 2017 йылда бизнесын һатып, тулыһынса үҙенең блогын үҫтереүгә һәм үҙ эшеңде асыу буйынса мәғлүмәт курстары һатыуға тотона.

Шәбетдинов 2023 йылдың ноябрендә ҡулға алына һәм һуңынан суд ҡарары менән СИЗО-ға урынлаштырыла. Тикшереү һәм дәүләт ғәйепләү фаразы буйынса, ул ойошҡан төркөм составында эш итеп, айырыуса ҙур күләмдә мутлашыу ҡыла, агрессив реклама ысулдары ярҙамында ялған уҡыу программаларын һата, тиҙ табыш һәм бизнеста уңыш вәғәҙә итә. Ойошманың эшмәкәрлегенән 113 кеше зыян күрә, ә зыян 57 миллион һумдан артып китә.

Кисә Мәскәүҙең Пресня суды Аяз Шәбетдиновты ете йылға иркенән мәхрүм итеп, дөйөм режимлы колонияға ебәрергә ҡарар итте. Ул тағы биш миллион һум күләмендә штраф түләргә тейеш.

Фото: https://vk.com/yesyesyes

Беҙҙең МАХ каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас