

Башҡортостандың популяр блогеры Миләүшә Шәйхелисламова (Башҡорт хужабикәһе) 4 декабрҙә йөҙөнә пластик операция яһатырға ниәтләй. Тик табиптар борсола: ашҡаҙан резекцияһынан һуң блогер ябығыуын дауам итә.
Яҙын Миләүшә Дағстанда 157 мең һумға төшкән ашҡаҙанын бәләкәсәйткән операция үткәргәйне. Шунан бирле ете ай эсендә ул 45 килограмға ябыға. Һәм процесс әле лә туҡталмай.
Пластик хирург консультацияла блогерҙың бик тиҙ ябығыуын күрә. Операцияны әгәр анализдар уның һаулығы яҡшы булыуын күрһәтһә генә яһаясаҡтар. Берәй төрлө шик-шөбһә булһа, уны кисектерәсәктәр.
Хирург Миләүшәгә процедураның һөҙөмтәһен асыҡтан-асыҡ иҫкәртә: операция юлы менән һәленеп торған өлөштәрҙе алып ташлаһалар ҙа, йыйырсыҡтар ҡаласаҡ — уларҙы косметологтар менән бергә төҙәтергә тура киләсәк. Был, әлбиттә, блогерҙы борсолорға мәжбүр итә.
Әмәлиәттән һуң алҡа тағырға ярамай. Бер ай буйына спорт менән шөғөлләнеү тыйыла. Иң етди талап - ярты йыл буйына мунса инмәү. Һуңғы шарт блогерҙың айырыуса кәйефен төшөрә.
Фото: https://vk.com/bashkirskaya_domohozyaka