+21 °С
Болотло


Хәтер - мәңгелек
Илеш районының Дөмәй ауылында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар хөрмәтенә Хәтер аллеяһы барлыҡҡа килде.
Идея авторы – ошо ауылда тыуып үҫкән Рәбис Сәлихов.
Сара барышында аллеяға сәскәләр һалынды, ҡаһармандар иҫтәлегенә доға ҡылынды. Был аллея киләсәктә илебеҙ тыныслығы һағында тороусы, Ватан өсөн башын һалыусы батырҙарыбыҙҙың исемен һаҡлаусы, быуындарҙы бәйләүсе хәтер урыны буласаҡ.
Фото: ИлешТВ.