Йәмғиәт
4 Ноябрь 2025, 06:00

Халыҡтар берҙәмлеге көнөн менән ҡотланылар

Рәсәй Президенты Владимир Путин, ил Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин һәм Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы.

Халыҡтар берҙәмлеге көнөн менән ҡотланыларХалыҡтар берҙәмлеге көнөн менән ҡотланылар
Халыҡтар берҙәмлеге көнөн менән ҡотланылар

Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров адресына Халыҡтар берҙәмлеге байрамы айҡанлы ҡотлау ебәрҙе. Унда былай тиелә:

“Хөрмәтле Радий Фәрит улы! Һеҙҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотлайым!
Рәсәй һәр саҡ граждандар берҙәмлеге һәм ҙур идеялар, Тыуған илдең ирке һәм бойондороҡһоҙлоғо өсөн тупланыуы менән көслө булды.
Һәм бөгөн халыҡтар берҙәмлеген һаҡлау – беҙҙең йүнәлеш, илдең ышаныслы үҫеше, уның хәүефһеҙлеген нығытыу, киң дөйөм милли мәсьәләләрҙе уңышлы хәл итеү өсөн өмөтлө нигеҙ.
Һеҙгә һаулыҡ, ниәт ителгән пландарҙың тормошҡа ашырылыуын һәм иң яҡшы теләктәр теләйем.
Владимир Путин”.

Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин да ҡотлау ебәрҙе. Унда ошондай юлдар бар:
“Хөрмәтле Радий Фәрит улы! Һеҙҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотлайым.
4 ноябрҙә беҙ 1612 йылда еңеү яулаған геройҙарҙы хөрмәт менән иҫкә алабыҙ. Сыуалышлы ваҡытҡа нөктә ҡуйғандарҙы, Тыуған ил бойондороҡһоҙлоғо өсөн торғандарҙы, Рәсәй дәүләтселеген нығытыуға өлөш индергәндәрҙе.
Һәм бөгөн күп быуатлыҡ илһөйәрлек, граждандар яуаплылығы, Ватанға һөйөү йолалары илебеҙ халыҡтарын дөйөм маҡсаттарҙа туплай, тышҡы янауҙарға ҡаршы торорға булышлыҡ итә, Рәсәй үҫеше һәм именлеге өсөн нигеҙ булып тора.
Эшегеҙҙә уңыштар, һаулыҡ һәм иң яҡшы теләктәр теләйем. Михаил Мишустин”.

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаровтан да ҡотлау килде. Унда былай тиелә: “Хөрмәтле Радий Фәрит улы! Һеҙҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотлайым!
Халҡыбыҙҙың берҙәмлек нигеҙе – ата-бабаларыбыҙ йолалары, үҙ-ара ярҙам итеү, илһөйәрлек һәм көслө дәүләт. Һәм бөгөн беҙ барыбыҙ ҙа – Ватан һаҡсылары һәм Рәсәйҙең һәр төбәге граждандары – тыныслыҡ һәм Еңеү өсөн тупландыҡ. Бергә беҙ был эште лайыҡлы дауам итеүселәр булып, балаларыбыҙға яҡты киләсәкте тәьмин итәсәкбеҙ.
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, уңыштар һәм Тыуған ил именлеге өсөн емешле хеҙмәт теләйбеҙ! Игорь Комаров”.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас