

Ҡыҙҙың кәүҙәһе диванда ун көн ята. Сабыйҙың тәнендә дүрт бысаҡ яраһы табыла. Бына нимәләр билдәле булды.
Учалы районының Ахун ауылынан 43 йәшлек ҡатын ҡыҙы менән Силәбелә фатирҙы ҡуртымға алған. Башта - бер нисә көнгә, әммә һуңынан ул көн һайын ҡуртым ваҡытын оҙайта һәм бер айҙан ашыу йәшәй. Маникюр оҫтаһы булып эшләй, үҙен тыныс тота, шик тыуҙырмай.
2 ноябрҙә фатир хужабикәһе торлаҡты бушатырға кәрәклеге тураһында иҫкәртә. Әммә икенсе көндө ҡатын балаһы менән юғала, әйберҙәрен ҡалдырып китә.
Йыйыштырыусы яңы йәшәүселәр өсөн фатирҙы әҙерләргә килгәс, бүлмәлә көслө еҫкә юлыға, ә кухняла ҡан эҙҙәрен күрә. Диванда ул ҡыҙҙың кәүҙәһе төрөлгән төргәкте таба.
Әсәне Башҡортостанда ҡулға алалар. Уны территориаль тәфтиш бүлегенә алып киләләр, хәҙер һорау алалар. «Баланы үлтереү» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тәфтишселәр енәйәт мотивын һәм фажиғә шарттарын асыҡлай.
Фото: видеонан скриншот.