Йәмғиәт
4 Ноябрь 2025, 07:30

Радий Хәбиров Өфөләге Дуҫлыҡ монументына сәскә һалды

4 ноябрҙә, Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың Рус дәүләтенә үҙ ирке менән ҡушылыуына 400 йыл тулыу айҡанлы барлыҡҡа килгән Дуҫлыҡ монументына сәскә һалды.

Радий Хәбиров Өфөләге Дуҫлыҡ монументына сәскә һалдыРадий Хәбиров Өфөләге Дуҫлыҡ монументына сәскә һалды
Радий Хәбиров Өфөләге Дуҫлыҡ монументына сәскә һалды

1957 йылда һәйкәлгә нигеҙ һалалар, 1965 йылда уны тантаналы асалар. Ул рус һәм башҡорт халыҡтарының бөйөк дуҫлығын сағылдыра.

Тантаналы сарала Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, муниципалитет, министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, шулай уҡ Өфөләге йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм ҡаланың почетлы граждандары ҡатнашты.

– Республикала йәшәүселәрҙең барыһын да был дуҫлыҡ, дөйөм берләшеү байрамы менән ҡотлайым, - тине Радий Хәбиров. – Республикабыҙҙың көсө – ябай булмаған ваҡытта ижад итеүебеҙҙә, киләсәкте төҙөүебеҙҙә һәм төшөнкөлөккә бирелмәүебеҙҙә.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Радий Хәбиров Өфөләге Дуҫлыҡ монументына сәскә һалды
Радий Хәбиров Өфөләге Дуҫлыҡ монументына сәскә һалды
Радий Хәбиров Өфөләге Дуҫлыҡ монументына сәскә һалды
Радий Хәбиров Өфөләге Дуҫлыҡ монументына сәскә һалды
Радий Хәбиров Өфөләге Дуҫлыҡ монументына сәскә һалды
Автор:
Читайте нас