+24 °С
Ямғыр


Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Тәлғәт Ғабдразаҡ улы Сибәғәтов 4 ноябрҙә юғалған. Был хаҡта «Лиза Алерт Башҡортостан» отряды хәбәр итә.
Уға 71 йәш, буйы 155 сантиметр, ҡаҡса кәүҙәле, сәсе сал, күҙе йәшел.
Өҫтөнә тире яғалы йәшел куртка, ҡара салбар, ҡара шапка, аяғына ҡара калуш кейгән.
Фото: «Лиза Алерт Башҡортостан» отряды.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!