Йәмғиәт
7 Ноябрь 2025, 21:00

Өфө ҡыҙы "Мисс Африка" исемен яулаған

Ул университетта өсөнсө курста уҡый.

Өфө ҡыҙы "Мисс Африка" исемен яулағанӨфө ҡыҙы "Мисс Африка" исемен яулаған
Өфө ҡыҙы "Мисс Африка" исемен яулаған

Өфө ҡыҙы тигәс тә, Өфөлә тыуған йә ҡатнаш милләттән булған беҙҙең ҡыҙ түгел, ә баш ҡалабыҙҙа уҡыусы Африканың Гана иленән килгән студент ҡыҙ ул. Стампулус Данква Микеалина Мэри Мәскәүҙә уҙған конкурста "Мисс Африка-2025" титулын яуланы. Ул унда Өфөнө лә үҙенең икенсе йорто тип атаны.

Микеалина Өфө фән һәм технологиялар университетында «Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр» йүнәлешендә өсөнсө курста уҡый.

Конкурс бөтә Рәсәйҙән Африка диаспораһы вәкилдәрен йыйҙы - ҡатнашыусылар милли кейемдә сәхнәгә сыҡты, һәләттәрен күрһәтте һәм үҙ илдәренең мәҙәниәте тураһында һөйләне.

"Был ярыш ҡына түгел, ә мәҙәниәт, берҙәмлек һәм ҡатын-ҡыҙҙар байрамы булды", - тине еңеүсе.

Хәҙер Өфөнөң үҙ "Мисс Африка"һы бар.

Фото: шәхси архивтан.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас