Йәмғиәт
8 Ноябрь 2025, 15:30

"Миңә ҡоторған сысҡан һөжүм итте..."

Беҙҙең хеҙмәттәшебеҙ, ауылда йәшәгән, район гәзиттәренең береһендә эшләгән журналист ҡатын-ҡыҙ менән булған хәл.

"Миңә ҡоторған сысҡан һөжүм итте...""Миңә ҡоторған сысҡан һөжүм итте..."
"Миңә ҡоторған сысҡан һөжүм итте..."

Хеҙмәттәшебеҙ Гөлнара Күсәрбаева "Журналист булып ҡалам" тигән блог асҡайны. Һутлы ҡәләмле ижадсының бер тарихын һеҙгә лә тәҡдим итергә булдыҡ. Оҡшаһа, аҫта блогына һылтанма ҡалдырҙыҡ.

СЫСҠАН ҠОРБАНЫ

Ҡыҙым тыуған йылдың көҙө ине. Өйҙә бәләкәй бала булғас, төнгөлөккә ночник ҡуйып йоҡлайбыҙ. Шуға бүлмә эсе яп-яҡты. Шулай бер төндә беләгем әсе итеп семеткәнгә уянып киттем дә, өҫтөмдәге юрғанды аяҡ осона атып осороп, ырғып тороп ултырҙым. Юрған менән ҡуша бер ҡара нәмәкәй иҙәнгә лап итеп осоп барып төштө лә йүгереп китте.

Сысҡан! Донъяла иң ҡурҡҡан һәм сикәнгән нимәм шул. Ҡурҡыуымдан, ытырғаныуымдан йөрәгем сыға яҙып тибә. Ҡулымдың әсеткәненән иҫемә киләм һәм бөтөнләй ҡотом осоуҙан бүлмәнең икенсе осонда диванда йоҡлап ятҡан иремә ҡысҡырам:
– Тешләне! Ҡулымды сысҡан тешләне!

Йоҡоһонан уянып та бөтмәгән уным сәйерһенеп миңә ҡарай, ниндәй сысҡан тешләһен, төш күргәнһеңдер, имеш. Илар сиккә етәм, беләгем әсетеп һыҙлай тим. Утты ҡабыҙып ҡулымды ҡарай. Бәләкәй генә булһа ла, ысынлап та, һүҙемде һүҙ итерлек теш эҙе бар. Йоҡо алманы ул төндә. Теге сысҡан тағы һөжүм итһә тип керпек ҡаҡмай оборона тоттом. Үҙебеҙҙән бигерәк бәүелсәкле карауатта йоҡлаған ҡыҙымды тешләп ҡуймаһын тип ҡурҡтым.

Иртәнсәк дауаханаға барырға булдым. Сысҡан һынлы сысҡан ҡорбаны бул да был хәлде буш ҡалдыра буламмы?! Ирем эсен тотоп көлдө. Ҡайһы табипҡа бараһың, нимә тип әйтәһең тип. Мин тулы етдилектә, бәлки, ул ҡоторған сысҡан булғандыр, тип күңеленә шик һалғас, өс айлыҡ баланы алып ҡалып, йәһәтләп үҙе такси саҡыртып оҙатып ҡалды.

Регистратураға сиратҡа баҫҡас ҡына аптырап ҡалдым, был бәләм менән кемгә күренергә тейешмен икән? Талон биреүсе ҡатынға: “Сысҡан тешләне. Ҡайһы табипҡа?” – тип һораулы ҡараным. Уныһы аптырауҙан миңә төбәлде. Был кешенең башы урынындамы йәнәһе. Дәлилгә еңемде күтәрә биреп беләгемдәге кескенә яраны күрһәтеп, мине алйот итеп ҡабул итмәһендәр өсөн, төндәге мәхшәрҙе ҡыҫҡаса һөйләп биреп, кимереүсе йәнлектә ҡотороу сиренә шигем булыуын аңлатам.
– Улайһа һеҙгә хирургҡа, – тип талон биреп оҙатып ҡалды регистратура хеҙмәткәре.

Табип кабинетында ҡысҡырып көлөү тауыштары оҙаҡ яңғырап торҙо. Баҡтиһәң, бында эттән, төлкөнән, бесәйҙән тешләнеп мөрәжәғәт итеүселәр булһа ла, сысҡан тешләне тип килеүсе тик мин – берҙән-бер бөртөк пациент икәнмен!

– Һммм, тәк-тәк-тәк, – хирург ҡарарға килде буғай. Бәләкәй саҡта берәй бәләкәй генә ярабыҙ булһа: “И-и-ий, сысҡан ...үтендәй генә был”, – тип йыуата торғайнылар...

Сысҡан ...үтендәй генә ярамды эшкәртеп-нитеп торманылар, процедурный кабинетҡа уколға йөрөргә йүнәлтмә биреп сығарҙылар.

– Кешене тешләргә батырсылыҡ иткәс, бәлки, ысынлап та, ҡоторған сысҡан булғандыр, – булды табиптың һуңғы һүҙе.

Шулай итеп, сысҡандың ҡотороу сиренә ҡаршы прививка алған кеше әле ул мин. Алты уколды өс көн, бер аҙна, ай һайын тигән сәйер схема буйынса ваҡытында теүәл генә һалдырып, өс-дүрт ай тигәндә дауахана юлын тапауҙан туҡтаным. Бер сысҡандан тешләндем тип...

Фото: Г. Күсәрбаева.

Сығанаҡ: https://vk.com/club229500188

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас