+24 °С
Ямғыр


Район үҙәгендә урынлашҡан йорттарҙың береһендә йәшәүселәр дөйөм ҡарарға килеп, "Иң яҡшы йорт. Иң яҡшы ихата" Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашырға була. Был конкурс өсөнсө тапҡыр үткәрелә, әммә инде ҙур популярлыҡ ҡаҙанған. Подъезда йәшәүселәр аҡса йыйылышып, иҙәнгә яңы плитәләр түшәгән, баҫҡыстарҙы буятҡан, баҫҡыс майҙансығына яңы төҫ индергән. Афарин! Уларға конкурста еңеп сығыуҙарын һәм уңыштар теләйек!
Фото: Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте