

Өфөлә реконструкциялау өсөн алынған Салауат Юлаевтың һәйкәленең постаменты аҫтынан шешә эсендә яҙыу табылыуы күптәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
“Урынлаштырған саҡта бында Йәнбәков Әхәт, Исмәғилев Ирмәк, Вәлиев Азамат булды. Бөтәһе лә Баймаҡтан. 13.05.1967” тип яҙылған был ҡағыҙҙа. Ирмәк Исмәғилев, Азамат Вәлиев, Әхәт Йәнбәков – кемдәр улар?
Был хат һәм фотолар социаль селтәрҙәге чаттарҙа, төркөмдәрҙә таралыу менән бына нимәләр билдәле булды.
Егеттәрҙең береһе – Ирмәк Исмәғилев Баймаҡ ҡалаһынан. Ул рәссам булған. Заманында хатта Салауат Юлаевҡа арнап картина ла яҙған. Бөгөнгө көндә уның ҡыҙы Сәлимә – Өфөлә, улы Буранбай Баймаҡ ҡалаһында йәшәй. Шулай уҡ бер туған һеңлеһе Гөлшат апай - Өфөлә, бер туған ҡустыһы Ғайса Баймаҡ ҡалаһында төпләнгән. Бына нимә тип яҙҙы Ирмәк Исмәғилевтең ҡыҙы Сәлимә апай:
“Әс-сәләмәғәләйкүм! Үҙ күҙҙәремә ышанмайым! Ысынлап та, беҙ бала саҡта атайым Салауат Юлаевҡа һәйкәл ҡуйған мәлдә улар уның нигеҙендә хат ҡалдырыуы тураһында һөйләй торғайны. Уның табылыуы – беҙҙең өсөн ҡыуаныслы хәл. Атайымдың Салауат Юлаевҡа арналған 150 х 200 сантиметр ҙурлыҡтағы картинаһын да табырға ине... Ул Таулыҡай ауылындағы мәҙәниәт йортонда торҙо һәм юғалды”.
Был хаҡта Ирмәк Исмәғилевтең улы Буранбай ҙа хәбәр итеп, атаһы эшләгән картинаның тәүге вариантын, йәғни эскизын ебәрҙе (фотола).
Ирмәк ағаһы тураһында Баймаҡ районының Таулыҡай ауылында йәшәгән һеңлеһе Хәнифә Ишалина ла фекерҙәре менән уртаҡлашты.
– Ирмәк Исмәғилев – атайымдың бер туған ҡустыһы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ағайым да, еңгәм дә мәрхүмдәр инде. Ирмәк ағайыбыҙ бик оҫта рәссам булды. Ҡыҙы Сәлимә лә бәләкәйҙән һүрәт төшөрөүгә оҫта. Был хаттың табылыуы барлыҡ туғандар өсөн иҫтәлекле ваҡиға булды, - тине ул.
Егеттәрҙең икенсеһе – Азамат Вәлиев Баймаҡ районының Семеновск ауылында йәшәгән. Атаһы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булған. Уның да туғандары бөгөн Өфө ҡалаһында йәшәй.
Егеттәрҙең өсөнсөһө – Әхәт Йәнбәковтың туғандары әлегә бәйләнешкә сыҡманы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!